Телефон
телекоммуникация девайсы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Телефон (бор. грек. τῆλε «йыраҡ» һәм φωνή «тауыш») — алыҫ арала урынлашҡан ике йәки бер нисә кешеге һөйләшеү өсөн тауыш тапшырыусы телекоммуникация сараһы. Телефон кеше тауышын кабель, йәки башҡа электр сигналын тапшырыу сараһы аша йыраҡ араға тапшырыу өсөн, электр сигналына әйләндерә, икенсе ҡулланыусыла электр сигналын тауышҡа әйләндерә.
1876 йылда Александр Грэхем Белл беренсе тапҡыр тауыш тапшырыу ҡоролмаһына патент ала. Был инструмент һуңыраҡ күп тапҡыр камиллаша. Телефон тарихта бер-береһенән алыҫтағы кешеләргә туранан-тура һөйләшергә мөмкинлек биргән аппарат була. Бөгөн телефон бизнеста, дәүләт эшендә алыштырғыһыҙ һәм көнкүрештә күп ҡулланылған техника булып ҡала.
Һөйләү өсөн микрофон һәм алыҫта тауышты тыңлау өсөн наушниктар телефондың төп өлөштәре булып тора. Өҫтәмә рәүештә телефонда һөйләшергә теләүсе бар икәнен белдерә торған ҡыңғырау һәм икенсе аппараттың номерын йыйыу өсөн диск менәе йыһазландырыла.1970 йылдан һуң күпселек телефондарҙа әйләне торған диск ҡулланылмай, телефон трубкаһы1963 йылда DTMF эшләгән төмәле номер йыйыу йыһазы менән алыштырыла. Ғәҙәттә, микрофон һәм наушник телефон трубкаһына ҡуйыла. Номер йыйғыс телефон трубкаһына ҡуйыла, йәки база аппаратҡа ҡуйыла. Микрофон тауышты электр сигналына әйләндерә һәм телефон сымдары аша ҡабул итеүсе аппаратка тапшыра. Ҡабул итә торған аппараттын наушниктарында электр сигналдары ишетелә торған тауышҡа әйләндерелә.
Стационар телефондарҙа электр сымдары ярҙамында бәйләнгән, кеҫә телефондары радиоэлемтә ярҙамында бәйләнеш булдыра.