Тауыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тауыш — механик тирбәлеүҙәрҙең ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге мөхиттә тығыҙ тулҡын рәүешендә таралыуынан хасил булған физик күренеш. Тар мәғәнәлә тауыш атамаһы ошо тирбәлеүҙәрҙең хайуандар һәм кешенең һиҙеү ағзалары тарафынан нисек ҡабул итеүен аңлата[1].
Һәр төрлө тулҡын кеүек, тауыш та амплитуда менән характерлана. Ғәҙәти кеше 16—20 Гц-тан алып 15—20 кГц-ҡа тиклемге йышлыҡ диапазонындағы тауыш тирбәлеүҙәрен ишетергә һәләтле[2]. Кеше ишетерлек диапазондан түбәнерәк булған тауыш инфратауыш (инфразвук); юғарыраҡтары: 1 ГГц-ҡа тиклеме — ультратауыш (ультразвук), 1 ГГц-тан күберәге — гипертауыш (гиперзвук) тип аталып йөрөтөлә. Тауыштың көсө нәтижәле тауыш баҫымы, йышлыҡ һәм тирбәлеү формаһына, ә тауыш юғарылылығы — йышлыҡҡа ҡына түгел, ә тауыш баҫымының кимәленә лә бәйле.
Ишетелгән тауыштар араһынан бигерәк тә фонетик, һөйләү телмәрен тәшкил иткән телмәр тауыштарын һәм фонемаларҙы, шулай уҡ музыка нигеҙендә ятҡан музыкаль тауыштарҙы айырып ҡарарға кәрәк. Музыкаль тауыштар бер генә түгел, ә бер нисә тонды, ҡайһы саҡта киң йышлыҡтағы диапозондарҙа булған шау-шыу өлөштәрен дә үҙ эсенә ала.