Эрих Хонеккер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Э́рих Эрнст Па́уль Хо́неккер (нем. Erich Ernst Paul Honecker; 1912 йыл, 25 август, Нойнкирхен — 1994 йыл, 29 май, Сантьяго-де-Чили) — һул яҡ Германия дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре . 18 йыл буйы Германия Демократик Республикаһының иң юғары дәүләт һәм партия вазифаларында эшләй. 1971 йылдың 3 майынан 1989 йылдың 18 октябренә тиклем Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитетының ( СЕПГ) беренсе (һуңыраҡ Генераль) секретары. Ике тапҡыр ГДР Геройы (1982, 1987), ГДР-ҙың Хеҙмәт Геройы (1962), Советтар Союзы Геройы (1982).
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Икенсе донъя һуғышына тиклем Эрих Хонеккер Германия коммунистар партияһының яуаплы хеҙмәткәре була һәм национал-социалистар суды тарафынан ун йылға иркенән мәхрүм ителә . Хонеккер Азат немец йәштәре союзына (FDJ) нигеҙ һала һәм 1946—1955 йылдарҙа был ойошманың рәйесе була.Ул- Германия социалистик берҙәм партияһының хәүфһеҙлек буйынса секретары вазифаһында Берлин стенаһын төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе һәм был стенаны- Германияның ике өлөшкә бүлеп торған сикте законһыҙ аша сығыусыларға ҡаршы ҡорал ҡулланған өсөн яуаплылыҡ уның иңенә төшә. Бик оҙаҡ ваҡыт Германия социалистик берҙәм партия Үҙәк Комитетының Генераль секретары , ГДР Дәүләт Советы рәйесе һәм ГДР оборонаһының милли советы рәйесе вазифаларында эшләй. Эрих Хонеккерҙың эшмәкәрлегендә иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — ГДР-ҙың халыҡ-ара кимәлдә танылыуы һәм 1973 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алыныуы.
1980 йылдар аҙағында иҡтисади хәл һәм Советтар Союзы етәкселеге менән мөнәсәбәттәр насарая, ГДР-ҙағы эске сәйәси хәл ҡырҡыулаша башлай . Хонеккер Михаил Горбачёвтың СССР-ҙа һәм башҡа Варшава Килешеүе Ойошмаһына ингән илдәрҙә үткәргән « үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәте менән ризалашмай. 1987 йылдың сентябрь айында Хонеккер Германия Федератив Республикаһында эшлекле сәфәрҙә була, уны шул саҡтағы ГФР-ҙың баш ҡалаһы Боннда федераль канцлер Гельмут Коль рәсми шарттарҙа ҡабул итә[5].
1989 йылдың 7 октябрендә Михаил Горбачев ГДР-ҙың 40 йыллығы менән бәйле байрамда ҡатнашыу өсөн Берлинға килә һәм Республика һарайында СССР-ҙың «яңыса фекерләү сәйәсәте» принциптарына нигеҙләнгән яңы тышҡы сәйәсәте менән таныштыра. Был Хонеккер өсөн көтөлмәгән хәл була. ГДР-ҙа үҙәртеүҙәр талап иткән халыҡ урамдарға сыға. 18 октябрендә Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитеты Политбюроһы талабы буйынса Эрих Хонеккер вазифаһынан бушатыла. 1989-1990 йылдарҙа Германияның ике өлөшө ҡайтанан берләшә. ГДР халҡы ике өлөш тиң хоҡуҡлы булып берләшә тип иҫәпләһә лә, ГДР территорияһы ысынында ГФР-ға ҡушып ҡуйыла. Был, Советтар Союзында күптәр фекеренсә, ул саҡтағы совет етәкселегенең иң ҙур хаталарының береһе тип иҫәпләнә. Элекке ГДР граждандарынан бик күптәр СССР ошо ауыр тарихи осорҙа ГДР-ҙы- үҙенең иң яҡын союздашын ярҙамһыҙ ҡалдырҙы, тип иҫәпләй һәм бының өсөн М.С.Горбачев яуаплы тип уйлай.
1992 йылда Берлинда Эрих Хонеккер ГДР территорияһында кеше хоҡуҡтарын боҙған өсөн хөкөмгә тарттырыла, ләкин Хонеккер ҡаты сирле булыуы сәбәпле процесс туҡтатыла . Хонеккер Чилиҙа йәшәгән ғаиләһе янына китә, 1994 йылдың май айында вафат була.