Коммунизм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Коммуни́зм (лат. commūnis — коммуна, урыҫса «общий», башҡортса «дөйөм, уртаҡ») — марксизм тәғлимәтендә — фаразланған, гипотезаға нигеҙләнгән социаль тигеҙлекле һәм етештереү саралары йәмғиәт милке булған ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролош[1]. XIX быуаттан һуң был аңлатма марксистарҙың теоретик хеҙмәттәрендә күҙәлланған етештереү сараларына йәмғиәт милке булған ижтимағи-иҡтисад формацияһына ҡарата ҡулланыла. Марксизмға нигеҙ һалыусылар фекеренсә, бындай йәмғиәт ҡоролошо ныҡ үҫешкән етештереү көстәре булыуын, социаль синыфтарҙың юҡлығын, дәүләттең аҡрынлап юҡҡа сығыуын, аҡсаның, тәғәйенләнеше үҙгәреп, шулай уҡ юҡ булыуын күҙ уңында тота[2]. Марксизм классиктары фекеренсә, коммунистик йәмғиәттә «Һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!» тигән принцип тормошҡа ашырыла[3].