Яһалма интеллект
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яһалма интеллект, яһалма аҡыл (ЯИ, ЯА; ингл. artificial intelligence, AI) — аҡыллы системаларҙың кеше генә башҡара ала тип һаналған ижади функцияларҙы үтәү үҙенсәлеге[1] (яһалма аң менән бутамаҫҡа); аҡыллы машиналар, бигерәк тә аҡыллы компьютер программалары эшләү фәне һәм технологияһы[2].
Яһалма интеллект кеше интеллектын аңлау өсөн компьютерҙар ҡулланыу бурысы менән бәйле, әммә биологик оҡшашлыҡ ысулдары менән генә сикләнмәй[2].
Әле булған интеллектуаль системалар тар йүнәлештә ҡулланыла. Мәҫәлән, шахматта кешене еңә алған программалар һорауҙарға яуап бирә алмай һ. б.