Һинд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд (өҫкө ағымында Синги (Шицюаньхэ)[1], Сенгге-Дзангбо[2], тиб. སེང་གེ།་གཙང་པོ Sênggê Zangbo, ҡыт. 印度河 Yìndù Hé, һинд सिन्धु नदी, көн.-пәндж. دریاۓ سندھ Sindh, пушту اباسين Abāsin, синдхи سنڌوندي Sindhu, урду دریائے سندھ) — Көньяҡ Азияның эре йылғаһы, шишмә башы Ҡытай биләмәһенең Гималайҙарында. Һиндостандың һәм Пакистандың төньяҡ-көнбайыш биләмәләренән аға. Ҡараны (баш алышы) Тибет тауҙары итәгендә булһа, тамағы Ғәрәп диңгеҙенең төньяғында, Карачи ҡалаһынан алыҫ түгел. Һиндтың оҙонлоғо — 3180 км, бассейн майҙаны — 960 800 км² (980 мең. км² в БСЭ[3]).
Һинд | |
---|---|
санскр. सिन्ध, IAST Sindhu | |
С Һинд бассейнының ер юлдашынан төшөрөлшән һүрәте | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3180 км |
Бассейн | 960 800 км² |
Һыу сығымы | 6600 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше (B) | |
· Урынлашыуы | Тибет |
· Координаталар | 31°14′32″ с. ш. 81°46′06″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ғәрәп диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 23°59′11″ с. ш. 67°26′13″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ғәрәп диңгеҙе |
Илдәр | Ҡытай, Һиндостан, Пакистан |
Регион | Тибет автономиялы районы |
Һинд Викимилектә |
Атамалары: санскр. सिन्धु (Sindhu IAST); урду سندھ (Sindh); синдхи سندھو (Sindhu); кб.-пандж. سندھ (Sindh IAST); авест. Hindu; пушту اباسين (Абба-Син «йылғалар атаһы»); фарс. هند («Hind»); тиб. Sengge Chu («Lion River»); ҡыт. ябайл. 印度河, пиньин: Yìndù Hé; грек. Ινδός (Индос).
. Һинд (Синдху) — ведий Ете йылғалығының иң төп йылғаларының береһе.