Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте
1915- 1923 йылдарҙа Ғосман империяһы властары контролдә тотҡан территорияларҙа ойошторолған һәм тормошҡа ашырылған геноцид, йәғни физик юҡ ит / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте (геноцид) (әрм. Հայոց Ցեղասպանություն, төр. Ermeni soykırımı — әрмән геноциды, төр. Ermeni Kırımı — әрмәндәрҙе ҡырыу; әрмән телендә Մեծ Եղեռն һүҙбәйләнеше йыш ҡулланыла МФА: — Иҫ китерлек яуызлыҡ) — 1915 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1923 йылға саҡлы дауам иткән) Ғосман империяһы властары контролдә тотҡан территорияларҙа ойошторолған һәм тормошҡа ашырылған геноцид[2] Геноцид физик юҡ итеү һәм граждандарҙы уларҙы һис шикһеҙ үлемгә дусар иткән насар шарттарға көсләп күсереү йәғни депортациялау[3]юлы менән тормошҡа ашырылған.
Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте | |
Дәүләт | Ғосман империяһы |
---|---|
Урын | Ғосман империяһы, Западная Армения[d] һәм Шесть вилайетов[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 1915 |
Башланыу датаһы | 24 апрель 1915 |
Һәләк булғандар һаны | 1 200 000 ± 500 000[1] |
Цель | Әрмән һәм османское армянское население[d] |
Преступник | Османская армия[d] |
Жертва | жертвы среди османских армян[d] |
Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте Викимилектә |
Әрмәндәр геноциды бер нисә стадияла: әрмән һалдаттарын ҡоралһыҙландырыу, сик буйында йәшәүсе әрмәндәрҙе депортациялау, көс ҡулланып күсереү законын ҡабул итеү, әрмәндәрҙе күпләп күсереү һәм үлтереү аша башҡарылған. Ҡайһы бер тарихсылар был яуызлыҡҡа 1890-сы йылдарҙағы үлтереүҙәрҙе, Смирналағы һуйышты һәм 1918 йылда төрөк ғәскәрҙәренең Кавказ аръяғындағы ҡанһыҙ эш итеүен дә индерә (1918—1923 йылдарҙа Ғосман империяһы һәм Әрмәнстан Республикаһы бүлеген ҡара).
Геноцидты төп ойоштороусылар Йәш төрөктәр йошмаһы лидерҙары: Мәһмәт Талаат, Әхмәт Жемаль һәм Энвер паша, шулай уҡ «Айырым ойошма» етәксеһе Бехаэддин Шакир һанала. Ғосман империяһында әрмәндәр геноциды менән бер үк ваҡытта ассирийҙар геноциды һәм понтий гректары геноциды ла алып барылған. Әрмән диаспораһының күпселек өлөшө Ғосман империяһынан ҡасҡан әрмәндәрҙән барлыҡҡа килгән.
«Геноцид» терминын үҙ ваҡытында уның авторы Рафаэль Лемкин Ғосман империяһында әрмәндәрҙе һәм нацистик Германия оккупациялаған территорияларҙа йәһүдтәрҙе күпләп үлтереүҙе билдәләү өсөн тәҡдим итә. Әрмәндәрҙе күпләп юҡ итеү (геноцид) Холокосттан һуңғы тарихта өйрәнелеү буйынса икенсе акт булып тора. 1915 йылдың 24 майҙа союздаш илдәрҙең (Бөйөк Британия, Франция һәм Рәсәй) берлектәге Декларацияһында әрмәндәрҙе күпләп үлтереү тарихта тәүге тапҡыр кешелеклелеккә ҡаршы енәйәт[4] тип танылды.
Хәҙерге заман Төркиәһе һәм Әзербайжан шулай уҡ, был илдәрҙең рәсми тарихнамәһе геноцид фактын инҡар итә, әммә күп һанлы әрмән ҡорбандарын таный.