«Берлинды алған өсөн» миҙалы
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Берлинды алған өсөн» миҙалы — СССР дәүләт наградаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына булдырыла. Миҙал һүрәте авторы — рәссам А. И. Кузнецов[⇨].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
«Берлинды алған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Венаны алған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 1 100 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Берлинды алған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Ябырға
Награда Бөйөк ватан һуғышының һуңғы этабында нацистик Германияһы баш ҡалаһы Берлинды алыу хөрмәтенә булдырыла[⇨]. Награданың статутына ярашлы, уға Берлинды штурмлауҙа туранан-тура ҡатнашҡан совет хәрбиҙәре, шулай уҡ ошо ҡаланы алған саҡтағы хәрби опрецияларҙың ойоштороусылары һәм етәкселәре лайыҡ була[⇨]. Төрлө сығанаҡтар буйынса, «Берлинды алған өсөн» миҙал менән яҡынса 1 100 000 кеше бүләкләнгән[⇨].
«Берлинды алған өсөн» миҙалы СССР территорияһынан ситтә ятҡан ҡалаларҙы алған өсөн булдырылған ете награданың береһе булып тора[⇨].