Алмас (минерал)
иң ҡаты минерал / From Wikipedia, the free encyclopedia
Алмас (боронғо төрки. almaz, һүҙмә-һүҙ «бирешмәҫ», ғәр. ألماس ['almās] һәм бор. грек. ἀδάμας («емерелмәҫ») — иң ҡаты минерал, тәбиғи углеродтың кристаллик төҙөлөшлө төрҙәренең береһе, куб углеродтың аллотроп формаһы[14]. Нормаль шарттарҙа метастабиль, йәшәү осоро сикһеҙ булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, алмас кристалдары төҫһөҙ, һирәк осраҡтарҙа — һары, ҡоңғорт, йәшел, ҡара һ.б. төҫтәрҙә була. Юғары температурала вакуумда йәки инерт газда яйлап графитҡа[15][16][17] күсә. Моостың ҡатылыҡ эталон минералдар шкалаһы буйынса иң ҡатыһы. Ҡатылығы 10, тығыҙлыгы 3,5г/см3, ыуалыусан. Кислоталарға бирешмәй. Тәбиғи алмаздарҙың үлсәме микроскопик бөртөктәрҙән массалары йөҙәр һәм меңәр каратка еткән (1 карат = 0,2 г) сағыштырмаса эре кристалдарға тиклем була; 100 караттан эрерәк алмаз кристалдары һирәк осрай. Тәбиғи алмаздар ювелир (Ер шарында сығарылғандарының 25 % -ы) һәм техник төрҙәргә бүленә. Сәнәғәттә синтезланған техник алмаздар күләме тәбиғи табылғандан күпкә артыҡ. Төрлө приборҙар, ҡоралдар, абразив порошок һәм пасталар, бриллиант һ.б. эшләп сығарыуҙа ҡулланыла.
Алмас | |
Кем хөрмәтенә аталған | Непобедимый[d][1] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Углерод |
Химик формула | C[2] |
Стандартная молярная энтропия | 2,377 ± 0,0005 Дж / (моль·К)[3] |
Тығыҙлыҡ | 3,51 грамм на кубический сантиметр[4] һәм 3,515 ± 0,015 грамм на кубический сантиметр[1] |
Һыныусанлыҡ күрһәткесе | 2,384[5][6][7][…] |
Минерал онтағы төҫө | аҡ |
Излом | Раковистый излом[d] |
Габитус | октаэдр[d] |
Кристаллик система | кубическая сингония[d][8] |
Точечная группа симметрии | cubic-hexoctahedral[d] |
Кристаллографик төркөм | space group Fd-3m[d][9] |
Спайность | {111}[d] |
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ | 10[10][11] |
IMA-статус | унаследованный минерал[d][12] |
IMA Mineral Symbol | Dia[13] |
Strunz 8 | I/B.02[10] |
Nickel-Strunz 9 | 1.CB.10a[9] |
Nickel-Strunz 10 | 1.CB.10a[1] |
Модуль Юнга | 1050 гигапаскаль |
Модуль сдвига | 478 гигапаскаль |
Код MCN | 7104.20.10 |
Алмас Викимилектә |