Батырлыҡ ордены
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Батырлыҡ ордены (рус. Орден Мужества) — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» 442-се Указына ярашлы булдырыла. Награда эскизы авторы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Е. И. Ухналёв.
Был мәҡәлә Яҡшы мәҡәләләргә кандидат. |
Батырлыҡ ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 2 март 1994 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юғарыраҡ дәрәжә | Нахимов ордены[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | көмөш |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Батырлыҡ ордены кавалерҙары |
Батырлыҡ ордены Викимилектә |
Орден менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, енәйәтселек менән көрәштә, стихиялы бәлә-ҡазалар һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында фиҙакәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, шулай уҡ хеҙмәт йәки гражданлыҡ бурысын үтәгән саҡта ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа, ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәр күрһәткән Рәсәй Федерацияһы граждандары бүләкләнә. Награда статуты буйынса Батырлыҡ ордены менән сит ил граждандары ла бүләкләнә ала.
2014 йылға ҡарата Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр 100 меңдән ашҡан[⇨]. Орден статутына ярашлы ҡабаттан бүләкләү ҡаралған; өс һәм дүрт орден кавалерҙары бар[⇨].