Джавахарлал Неру
Һиндостан сәйәсмәне, Һиндостан премьер-министры / From Wikipedia, the free encyclopedia
Джавахарла́л Не́ру (һинд|जवाहरलाल नेहरू Javāharlāl Nehrū; шулай уҡ Пандит (Ғалим Неру — Учёный Неру ҡушаматы менән дә билдәле; 14 ноябрь 1889 йыл — 27 май 1964 йыл) — донъяның иң танылған сәйәси эшмәкәрҙәренең береһе, һинд милли азатлыҡ хәрәкәтенең һул өлөшө лидеры. Остазы Махатма Ганди тәьҫирендә Һиндостан милли конгресы рәйесе вазифаһына күтәрелә, артабан ил бойондороҡһоҙлоҡ яулап алғас, 1947 йылдың 15 авгусында Һиндостандың беренсе премьер-министры була. Был яуаплы вазифаны, 1964 йылдың 27 майында йөрәк өйәнәгенән вафат булғансы, биләй. Һиндостандың өсөнсө премьер-министры булған Индира Гандиҙың атаһы һәм илдең етенсе премьер-министры булған Раджив Гандиҙың олатаһы.
Джавахарлал Неру | |||
जवाहरलाल नेहरू | |||
| |||
---|---|---|---|
15 август 1947 — 27 май 1964 | |||
Монарх: | Георг VI (1950 йылдың 26 ғинуарынаса ) | ||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырылған | ||
Дауамсы: | Гулзарилал Нанда (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) Лал Бахадур Шастри | ||
| |||
15 август 1947 — 27 май 1964 | |||
Алдан килеүсе: | Вазифа булдырылған | ||
Дауамсы: | Гулзарилал Нанда (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы) Лал Бахадур Шастри | ||
Дине: | Индуизм[1] | ||
Тыуған: | 14 ноябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) Аллаһабадта, Британ Һиндостаны | ||
Үлгән: | 27 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш) Нью-Дели | ||
Ерләнгән: | Радж Гхат[d][1] | ||
Династия: | Династия Неру-Ганди[d][1] | ||
Атаһы: | Мотилал Неру | ||
Әсәһе: | Сваруп Рани | ||
Ҡатыны: | Камала Неру | ||
Балалары: | ҡыҙы: Индира Ганди | ||
Партия: | Һиндостан милли конгресы | ||
Белеме: | Кембридж университеты | ||
Профессияһы: | Юрист | ||
Автограф: | |||
Наградалары: |
| ||
Премьер-министр вазифаһын башҡара башлау менән тышҡы сәйәсәттә Неру нейтраль позиция ала: был Һиндостандың бер үк ваҡытта көнбайыш һәм көнсығыш блоктарҙан бойондороҡһоҙ булыуын аңлата. Шуға ярашлы ул Ғәмәл Әбдел Насыр һәм Иосип Броз Тито менән бергә Ҡушылмау хәрәкәтенә нигеҙ һалған өс яҡлы һөйләшеүҙәр алып бара.