Жуков миҙалы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Георгий Жуков миҙалы — Г. К. Жуковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булдырылған Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.
Жуков миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 май 1994 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Георгий Константинович Жуков |
Дәүләт |
Рәсәй Украина |
Юғарыраҡ дәрәжә | Ушаков миҙалы[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Жуков миҙалы менән наградланыусылар |
Жуков миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положениела әйтелеүенсә, Жуков миҙалы менән "немец-фашист илбаҫарҙарына, япон милитаристарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә күрһәткән сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ өсөн һәм Г. К. Жуковтың 100-йыллығы айҡанлы «Ҡыҙыл Армияның, Хәрби-Диңгеҙ флотының, НКВД ғәскәрҙәренең бөтә хәрби һәм ялланып хеҙмәт итеүсе составы хәҙмәткәрҙәре, партизандар, подпольела ҡатнашыусылар» бүләкләнә[1][2]. Жуков миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса хәрби хеҙмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен һәм Ватанды яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелә.
Башта Жуков миҙалы Рәсәйҙә булдырыла, һуңынан бөтә БДБ-дә 1995 йылдың 26 майындағы дәүләттәр башлыҡтары Советы Ҡарары менән булдырыла.
Миҙалдың тышҡы күренеше авторы — Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Валерий Балабанов.