Исламдың алтын быуаты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Исламдың алтын быуаты, ҡайһы берҙә шулай уҡ Ислам ренессансы, Мосолман ренессансы[1][2] — яҡынса VIII быуат уртаһынан XIII быуат уртаһына тиклем тарихи осор, уның башында ғәрәп хәлифәлеге үҙ заманының иң эре дәүләте була. Хәлифәт сиктәрендә уның итарҡалыуынан һуң да ғәмәлдә булыуын дауам иткән дөйөм мосолман мәҙәни арауыҡ барлыҡҡа килә. Шул сәбәпле, алдан күрһәтелгән осорҙоң ислам ғалимдары, яҙыусылары һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре донъя фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә байтаҡ өлөш индерәләр. Ғәрәп хәлифәлеге тарҡалыуынан һуң ислам мәҙәниәтенең үҫеше ҡыҫҡа ваҡытҡа Сәмәниҙәр фарсы дәүләтен баҫып ала, ә һуңғараҡ Ғәзнәүиҙәр, Ҡараханиҙар, Тимериҙәр, Сәлжүк, Хулагуиттар төрки империяларын да. Говард Тернер былай тип яҙа: «мосолман рәссамдары һәм ғалимдары, эшселәре һәм кенәздәре бергәләп һәр ҡитғала туранан-тура йәки ситләтелгән йоғонто яһай».
Исламдың алтын быуаты | |
Башланыу датаһы | 800 |
---|---|
Тамамланыу датаһы | 1258 |
Исламдың алтын быуаты Викимилектә |
«Ислам яңырыуы» осоронда математика, медицина, философия, физика, химия һәм башҡа фәндәр үҫешә. Көньяҡ Испаниянан Ҡытайға тиклем йәйрәп ятҡан Ислам мәҙәниәте үҙ эсенә төрлө милләт һәм дин ғалимдарының иң ҡаҙаныштарын йыйған. Ул ғәрәптәрҙең, гректарҙың һәм римляндарҙың белемдәрен үҫештерә, яңы дәүер өсөн нигеҙ булдыра.