Логика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Логика (бор. грек. λογική — философия бүлеге, «дөрөҫ фекерләү тураһында фән», «фекерләү сәнғәте» λόγος — «телмәр», «әңгәмә ҡороу», «фекер») — логик тел ярҙамында формалашҡан интеллектуаль танып белеү формаһы, ысулдары һәм закондары тураһындағы фән[1].
Логика, фән булараҡ, боронғо грек фәлсәфәһе эсендә барлыҡҡа килгән. Артабан ике мең ярым йыл самаһы дауамында ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһына тиклем логика философияның һәм риториканың бер өлөшө булараҡ өйрәнелә. Төшөнсәләрҙә яҙыу[2].
Логиканың төп асылы, тәғәйенләнеше һәм функцияһы һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала: бер раҫлауҙан икенселәрен нисек сығарып булыуын тикшереү. Был осраҡта бындай һығымталар ғына ҡарала: улар тик аралашыу ысулына һәм һығымтаға индерелгән белдереүҙәрҙең структураһына ғына бәйле, ә уларҙың аныҡ йөкмәткеһенә түгел. Бер фекерҙәрҙең икенселәренән сығып эш итеүен өйрәнеп, логика дөрөҫ фекер йөрөтөүҙең дөйөм формаль шарттарын асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта логиканың аныҡ мәнфәғәттәр өлкәһе формаль сығарыу шарттарын асыҡлауҙа уның тарихы дауамында һиҙелерлек үҙгәрҙе.
Төп мәғәнәнән тыш, фекерләү ҡанундарын уларҙың йөкмәткеһе яғынан түгел, ә фекер формаһы күҙлегенән өйрәнеүсе фән булараҡ, «логика» һүҙе лә оҡшаш, әммә «билдәле бер күренештәргә хас эске даимилыҡ» йәки «дөрөҫ, нигеҙле фекерләү ағымы» тигән мәғәнәгә эйә[3]. Атап әйткәндә, был һүҙ менән түбәндәгеләр аталыуы мөмкин:
- фекерләү процессында — логикаға ярашлы һәм логика ярашлы булмаған фекерләү тураһында һөйләгәндә, йәки фекерҙәр, раҫлауҙар бер-береһенә бәйләнмәгән фекерҙәрҙән һәм авторға оҡшап ҡалған теләһә ниндәй осраҡлы образдар йәки стереотиптарға оҡшатып фекерләүҙән айырмалы рәүештә логикала өйрәнелгән схемаларға эҙмә-эҙлекле тап килә
- электроникала — мәғлүмәтте эшкәртеү һәм идара итеү өсөн тәғәйенләнгән схемалар төрө. Энергия үҙгәртеү һәм тапшырыу көс схемаларынан айырмалы. Ҡүәтһеҙ, ләкин атомар сигналдарҙы эшкәртеүсе (фильтрация, регистрация, генерация)
- ирекле күренештәр — уларҙа күҙәтелгән ниндәйҙер эш башҡарыу йәки шулай тип уйлау, логик категорияларҙа һүрәтләнә алған ҡабатланыусы процестар — торош, буйһоноу, сағылыш, бәйлелек һ.б. (состояние, подчинение, отражение, зависимость).
Был мәғәнәләр аҡыл ярҙамында алынған, шуға күрә логиканың дөрөҫ фекерләү ҡанундары тигән төшөнсәһе бар. Уйланыу телдә фекер алышыу булып сағыла, айырым осраҡта «иҫбат итеү» йәки «инҡар итеү» була, был осраҡта логика иҫбат итеү һәм инҡар итеү ысулдары тураһынағы фән тип билдәләнә. Логика, фән булараҡ, хаҡлыҡты тойоу тәжрибәһе аша түгел, ә алдан алынған белем аша өйрәнә, шуға күрә уға белем сығарыу фәне тигән төшөнсә бирергә була.
Логиканың тәүге мөһим мәсьәләһе — дөрөҫ фекерләү тәүшарты аша һығымтаға килеү һәм уйлаған предмет тураһында хаҡлы белем алыу.
Логика бөтә фәндәрҙең дә ҡоралы булып хеҙмәт итә, тип әйтергә була.