Мәғрифәтселек дәүере
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәғрифәтселек дәүере — Европа мәҙәниәте тарихының фән, фәлсәфә һәм ижтимағи фекер үҫеше менән бәйле осоро. Был интеллектуаль хәрәкәт нигеҙендә рационализм һәм ирекле фекерләү ята.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
XVII быуаттың фәнни инҡилабы йоғонтоһо аҫтында Англияла башланып, был хәрәкәт Францияны, Германияны, Рәсәйҙе солғай, Европаның башҡа илдәренә лә күсә. Француз мәғрифәтселәре айырыуса ҙур йоғонто көсөнә эйә була. Мәғрифәтселек принциптары американдарҙың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы һәм француздарҙың Кеше һәм граждан хоҡуҡтары декларацияһы нигеҙенә һалына.
Был дәүерҙәге интеллектуаль хәрәкәт Европа һәм Американың этикаһы һәм социаль тормошондағы артабанғы үҙгәрештәргә, Европа илдәренең Америкалағы колонияларының милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшенә, ҡоллоҡтан баш тартыуға, кеше хоҡуҡтарын ғәмәлләштереүгә ҙур йоғонто яһай. Бынан тыш, ул аристократияның абруйын һәм сиркәүҙең социаль, интеллектуаль, мәҙәни тормошҡа йоғонтоһон ҡаҡшата.
Дәүерҙең ниндәй ваҡыт арауығын биләүенә ҡарата берҙәм генә фекер юҡ. Ҡайһы бер тарихсылар уның башын XVII быуат аҙағына, икенселәре XVIII быуат уртаһына бәйләй[1]. XVII быуатта рационализм нигеҙҙәрен үҙенең «Метод тураһында фекер йөрөтөү» тигән хеҙмәтендә Декарт һала (1637). Мәғрифәтселек осоро аҙағын Вольтерҙың вафаты (1778) йәки Наполеон һуғыштары башланыу (1800—1815) менән бәйләйҙәр[2]. Шул уҡ ваҡытта Мәғрифәтселек дәүере сиктәрен ике инҡилап — Англиялағы «Данлы революция» (1688) һәм Бөйөк француз революцияһы (1789) — даталарына беркетеү ҙә бар.