Одесса
From Wikipedia, the free encyclopedia
Одесса (укр. Одеса) — Украинаның көньяҡ-көнбайышында Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярына урынлашҡан ҡала һәм община. Одесса өлкәһенең һәм Одесса районының административ үҙәге. Украинаның Хәрби-диңгеҙ көстәренең төп хәрби-диңгеҙ базаһы. Герой-ҡала.
Ҡала | |||||
Одесса укр. Одеса | |||||
| |||||
Ил |
УкраинаУкраина | ||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1415 | ||||
Майҙаны |
162.42 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
1 012 277 кеше (2015) | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||||
Телефон коды |
+380 48(2) | ||||
Почта индексы |
65000-65480 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
BH | ||||
Рәсми сайт | |||||
Украинала халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. 2020 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1 017 699 кеше тәшкил итә, агломерация эсендә 1,2 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Одесса ҡултығы ярында урынлашҡан.
Эре диңгеҙ сауҙа порты. Туризм һәм сауҙа үҫешкән, элек металл эшкәнтеү һәм машиналар эшләү, дарыуҙар һәм туҡланыу ризыҡтарын етештереү тармаҡтары алға киткән була. Эре фәнни-белем биреү үҙәге.
Ҡаланың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә сиратта тора. Приморский бульвары, Дюк де Ришельё майҙандары һәм Потёмкин баҫмалары ансамбле.