Опера
музыкаль драма сәнғәте жанры, һүҙ, сәхнә уйыны һәм музыка ҡатнашмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Опера (итал. opera — эш, хеҙмәт; лат. opera — хеҙмәттәр, әйберҙәр, әҫәрҙәр, opus тигән һүҙҙең күплек формаһы) — музыкаль драма әҫәре төрө, һүҙ, сәхнә уйыны һәм музыка ҡатнашмаһы. Драма театрында музыка хеҙмәтләндереү бурысын үтәһә, операла ул — күренештәрҙе йөрөтөүсе төп компонент[1]. Операның әҙәби нигеҙен оригиналь йә әҙәби әҫәр буйынса ижад ителгән либретто тәшкил итә[2].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ил ...
Опера | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Ил | Европа |
Вики-проект | WikiProject Performing arts[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 23 082 |
Опера Викимилектә |
Ябырға
Сәхнә әҫәрҙәре атамаһы булараҡ «опера» термины ул әҫәрҙәр төрөнән һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Беренсе тапҡыр ошо мәғәнәлә 1639 йылда ҡулланыла, дөйөм ҡулланыуға XVIII—XIX быуаттар араһында инә[3].