Пар машинаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пар маши́наһы — һыу пары энергияһын механик эшкә әйлендереүсе тышҡы яныулы йылылыҡ двигателе. Поршендың ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен валдың әйленеү хәрәкәтенә әүерелә.
Киң мәғәнәлә пар машинаһы — һыу пары энергияһын механик энергияға әйләндереүсе йылылыҡ двигателе[1].
Беренсе пар машинаһын XVII быуатта Папен эшләгән. Ул эшләгән машинала цилиндр эсендәге поршенды һыу пары өҫкә күтәргән, һыу пары һыуынып ҡуйырғас, поршень аҫҡа төшкән. Ошо уҡ принципта эшләй торған пар машинаһын 1705 йылда Ньюкомен рудникта йыйылған һыуҙы һурып алыу өсөн эшләгән. Пар машинаһы конструкцияһын 1769 йылда Ваттом (Уатт) камиллаштыра. Пар машинаһының ҡеүәте Ваттарҙа үлсәнә.