Полиомиелит
йоғошло ауырыу / From Wikipedia, the free encyclopedia
Полиомиели́т (бор. грек. πολιός — һоро, µυελόςµυελός — арҡа мейеһе) — балалар арҡа мейеһе фалижы, ныҡ йоғошло киҫкен инфекцион ауырыу, арҡа мейеһенең һоро матдәһенең полиовирус менән зарарланыуына бәйле, уға башлыса нервы системаһы патологияһы хас; арҡа мейеһе параличы, үҙәк нервы системаһының, иң элек арҡа һәм баш мейеһе ҡатламының, арҡа мейеһендәге һоро матдә тупланмаларының ошо исемдәге вирус арҡаһында зарарланыуы, ауырыу айырыуса 5 йәшкә тиклем йыш осрай[1]; арҡа мейеһенең (йөлөндөң) һоро матдәһе шешеү[2].
Полиомиелит | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 | |
DiseasesDB |
10209 |
MedlinePlus |
001402 |
eMedicine | |
Полиомиелит Викимилектә | |
Күп осраҡта бер ниндәй билдәһеҙ йә һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләр менән үтә. Ҡайһы берҙә полиовирус үҙәк нервы системаһына үтеп инә, мотонейрондарҙа үрсей, һөҙөмтәлә был мотонейрондар һәләк була, улар тарафынан иннервацияланған мускулдар парезға йә фалижға дусар була.