Тунис
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тунис Республикаһы — الجمهورية التونسية (әл-Жүмһүриә әт-Тунисиә) — Төньяҡ Африкалағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тунис. Дәүләт теле — ғәрәп теле. 2010 йылғы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә 10 миллиондан ашыу кеше йәшәй, территорияһы — 163 610 км². Халыҡ һаны буйынса исемлектә донъя йөҙөндә 79-сы урында, биләгән майҙаны буйынса — 91-се урында.
| |||||
Государственный гимн Тунистың | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 20 март, 1956 ( Франциянан) | ||||
Рәсми тел | Ғәрәп теле | ||||
Баш ҡала | Тунис | ||||
Эре ҡала | Тунис | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Монсеф Марзуки[1] Али Лараед[2] | ||||
Дәүләт дине | ислам, сөннилек | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 89 163 610 км² 5,0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2013) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲ 10 835 873[3] чел. (79) 61,6 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
100,3 млрд. долл. (70) 9 500 долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,712[4] (юғары) (94 урын) | ||||
Валюта | Тунис динары (TND, код 143) | ||||
Интернет-домен | .tn | ||||
Код ISO | TN | ||||
МОК коды | TUN | ||||
Телефон коды | +216 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 |
Унитар дәүләт, президент республикаһы. 2014 йылдың 31 декабренән президент вазифаһын Беджи Каид Эс-Себси биләй. 24 административ-территориаль берәмеге бар
Төнъяҡтан һәм көнсығыштан Урта диңгеҙгә сыға, көнбайыштан — Алжир, көньяҡ-көнсығыштан Ливия менән сикләшә. Илдең өстән бер өлөшө Атлас тауҙарының көнсығыш яғын биләй, ҡалған өлөшө саванналарҙа, башлыса сүллектәрҙә урынлашҡан.
Халҡының 98 % -ы ислам динендә.
Тотороҡло үҫешә барған иҡтисадлы аграр-индустриаль ил. ЭТП кимәле һатып алыу мөмкинлеге буйынса 2011 йылда 100,3 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә (халҡының йән башына 9500 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — тунис динары.
1705 бойондороҡһоҙ Тунис дәүләте барлыҡҡа килгән, уға Хөсәйниҙәр затынан бейҙәр хакимлыҡ иткән. Улар солтанды бары тик дин башлығы итеп таныған. 1881—1883 йылдарҙа Франция Тунисҡа үҙ протекторатын көсләп таға, илде үҙенең колониаль империяһы биләмәһенә индерә.