Фома Аквинский
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фома́ Аквинский (йәки Фома Аквинат, Томас Аквинат, лат. Thomas Aquinas, итал. Tommaso d'Aquino, рус. Фома́ Акви́нский; 1225—1274) — урта быуаттар теологы һәм философы, монах-доминиканлы (1244 йылдан алып)[1], томизмға нигеҙ һалыусы[2]. Католик сиркәүе тарафынан изге тип ҡанунлаштырылған, ортодоксаль схоластикаһын системалаштырыусы, Сиркәү мөғәллимы, Doctor Angelicus, Doctor Universalis, «princeps philosophorum» («князь философов»), томизмға нигеҙ һалыусы, доминикан ордены ағзаһы; 1879 йылдан христиан тәғлимәтен (атап әйткәндә, Блаженный Августин идеяларын) Аристотель фәлсәфәһе менән бәйләгән иң абруйлы католик дини философы тип таныла. Ул Алла барлығына биш дәлил формулировкалаған. Тәбиғи тормоштоң һәм кеше аҡылының сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоғон танып, тәбиғәт — мәрхәмәтлек, аҡыл — иман, фәлсәфәүи белем һәм тәбиғи теология Аллаһы Тәғәләнең мөғжизәле китабы менән тамамлана, тип раҫлай.