Экватор
Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia 0
Экватор (лат. тигеҙләүсе — Ер шарының уртаһында уны көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарға бүлә торған һәм уның күсәренә арҡыры ятҡан һыҙыҡ[1].
Экватор — градус селтәрҙәре араһында иң ҙур параллель. Экваторҙың барлыҡ нөктәләре лә Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотоптан бер үк алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 40 075 696 метрға тиң. Экватор буйлар Ер өҫтө Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарға бүленә.
Экваторҙан башҡа, глобуста тропиктар һәм поляр түңәрәктәр билдәләнә. Уларҙы пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтәләр.