Ғаҡидә
Иман шарттары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғаҡидә (ғәр. عقيدة) — мосолман дине тәғлимәте, имандың асылыу формаһы, «инаныу символы». Ислам буйынса донъяға ҡараш; дини ҡараш. Диндең төп элементтары, йәғни иман нигеҙҙәре билдәләгән ҡағиҙәләр тупланмаһы.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Кеше, тормош һәм ғаләм тураһында, уларҙан алда булғанды һәм уларҙан һуң буласаҡтар тураһында, улар менән алдағылар араһындағы һәм улар менән аҙаҡ буласаҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһындағы киң фекер. Кешенең ниндәйҙер принциптарҙы үҙ итеүе, шул принциптар буйынса йәшәргә тырышыуы – был уның аҡидаһы. Уның холоҡ-фиғеленә йоғонто яһаған, уның теге йәки был күренешкә ҡарата фекерен билдәләгән ҡағиҙәләр тупланмаһы ла – был да уның аҡидаһы. Сөнки бөтөн фекерҙәр, уға эйә булған кешеләрҙең тормошона, йәшәү рәүешенә юл күрһәтә һәм кешенең донъяға ҡарашын билдәләй. Кеше бөтөн ваҡиғаларға шул күҙлектән ҡарай.
Күп кенә диндәрҙең билдәле нигеҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән аҡидаһы булһа ла, ҡайһы берҙәрендә тулы аҡида төшөнсәһе юҡ. Дөрөҫ ғаҡидә (аҡида) — динде дөрөҫ итеп аңлау Аллаһҡа дөрөҫ итеп ышанып, йәшәү принциптарын бары тик Ҡөрьәндән һәм Сөннәттән алыу[1].