Үрсеү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрсеү — барлыҡ тере организмдарҙың үҙҙәренә оҡшаш заттарҙы барлыҡҡа килтереү һәләтлеге. Төр эсендәге заттар һанын арттырыу, нәҫелде һәм тормошто дауам итеү үҙенсәлеге.
Ике төп үрсеү төрө бар: енесле һәм енесһеҙ үрсеү. Күҙәнәкле организмдар өсөн үрсеү нигеҙе булып күҙәнәк бүленеүе тора[1].
Үрсеү — тере организмдарҙың характерлы үҙенсәлеге. Енесһеҙ һәм енси үрсеү була. Енесһеҙ үрсеүҙә бер генә зат ҡатнаша. Был осраҡта яңы организм инә организмдың тулы күсермәһе (клон) була. Сөнки, үҫеш бер үк биологик программа — генотип аша бара. Йәғни, бала зат әсәһенең копияһы була. Енесһеҙ үрсеү формалары: күҙәнәктәр бүленеү, бөрөләнеү, споралар яһалыу, вегетатив үрсеү.