Һынлы сәнғәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Живопись, һынлы һүрәт сәнғәте[1] — һынлы сәнғәттең бер төрө, күргән образдарҙы төҫлө буяуҙар ярҙамында ҡағыҙҙа һүрәтләү; Ысынбарлыҡтағы төрлө күренеш һәм предметтарҙы буяуҙар менән һүрәтләй торған һынлы сәнғәт төрө һәм ошо сәнғәт төрөнөң әҫәре[2]; төрлө төҫтәге майлы буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәт[3].
Һынлы сәнғәт 5 төргә бүленә: станоклы, ҙур күләмле, биҙәү, театр биҙәү, миниатюра[4]. Станок менән төшөрөлгән һүрәтте төшөрөлгән урынынан икенсе урынға күсерергә мөмкин. Дөйөм алғанда, был картиналарҙы яҙғанда мольберт (станок) файҙаланыла. Мольберт ҡулланылған һүрәт сәнғәтендә күбеһенсә майлы буяуҙар һүрәтләнә, әммә башҡа төрлө буяуҙы ҡулланыуҙары мөмкин (темпера, акрил һәм башҡалар). Картиналар рамға тарттырылған йәки йәбештерелгән киндер туҡымала яҙыла. Элек уның урынына ағас таҡталар һәм йоҡа материалдар да киң ҡулланылған.
Ҙур күләмле живопись түшәмдә һәм стеналарҙа төшөрөлә. Элек һыулы буяуҙар менән дымлы, кибеп бөтмәгән штукатуркаға һүрәт төшөргәндәр (фреска). Италияла XVI быуатҡа тиклем кипкән «таҙа фрескала» деталдәр темпера ярҙамында төшөрөлгән.
Ҡағыҙҙағы төҫлө һүрәттәр (акварель, гуашь, пастель һәм башҡалар) формаль (мәҫәлән, урыны буйынса коллекцияла) графикаға һанала, әммә был һүрәттәр йыш ҡына живопись кеүек ҡабул ителә. Барлыҡ башҡа ысулдар менән эшләнгән төҫлө һүрәттәр графика тип атала, шул иҫәптән компьютер технологиялары ярҙамында төшөрөлгән һүрәттәр ҙә.
Киң билдәле живопись һүрәттәренә йоҡа материалдарҙа: киндер, ағас, полотно һәм башҡаларҙа эшләнгән һүрәттәр инә.
Шулай уҡ киндерҙә, картонда һәм башҡа шундай материалдарҙа майлы буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәттәр ҙә живопистең бер төрө тип иҫәпләнә.