From Wikipedia, the free encyclopedia
«Варшава ҡалаһын азат итеү өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам Курицына.
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы |
Нигеҙендәге текст | Указ Президиума ВС СССР от 9.06.1945 об учреждении медалей „За освобождение ...“[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 701 700 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы Викимилектә |
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән яҡынса 700 701 кеше бүләкләнгән.
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 14-17 ғинуары осорында туранан-тура Варшаваның героик штурмында һәм азат итеүендә ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.
Миҙал СССР Юғары Советы Президиумы исеменән частар командирҙары һәм хәрби-дауалау учреждениеларының начальниктары Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашыуын раҫлаған документтар нигеҙендә башҡарыла.
Миҙалдар бирелә:
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡааСССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Белградты азат иткән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә һәм 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала була.
Миҙалдың алғы яғында өҫтә түңәрәк буйлап — «ЗА ОСВОБОЖДЕНИЕ» тигән яҙыу, уртала, таҫмала — «ВАРШАВЫ» һүҙе, аҫта биш осло бәләкәй йондоҙ, уның остарынан нурҙар сәселә. Миҙалдың алғы яғы ситтәренән күтәрмә менән ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында Варшаваны азат итеү датаһы — «17 января 1945», дата өҫтөндә биш осло йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған зәңгәр ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың уртаһынан 8 мм-лыҡ ҡыҙыл буй үтә. Таҫманың ситтәре тар ғына һары төҫтәге буйҙар менән ҡаймалана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.