швед сәйәсмәне һәм тележурналисы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Алиса Ба Кунка (швед. Alice Bah Kuhnke; 21 декабрь 1971 йыл, Мальмё) — Швеция сәйәсмәне, тележурналист.
Алис Кунке | |
швед. Alice Bah Kuhnke | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[2][1] |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1971[1] (52 йәш) |
Тыуған урыны | Västra Skrävlinge församling[d], Мальмё[d], Мальмёхус[d], Швеция[1] |
Хәләл ефете | Йоханнес Кунке[d][3] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, спортсы |
Эш урыны |
Rättvisemärkning[d] AFRY[d] |
Биләгән вазифаһы | министр культуры Швеции[d], депутат Европейского парламента[d][4][5], министр Швеции по делам церкви[d], министр Швеции по делам демократии[d], член Комитета риксдага по иностранным делам[d], член Комитета риксдага по делам Европейского союза[d], депутат риксдага[d][6] һәм депутат риксдага[d][7] |
Уҡыу йорто | Стокгольм университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | бакалавр искусств[d] (ғинуар 2005) |
Әүҙемлек урыны | Стокгольм |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия зелёных[d] |
Участвовал в выборах | 2024 European Parliament election in Sweden[d] |
Ойошма ағзаһы | Партия зелёных[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 3108 |
Алис Кунке Викимилектә |
2014 йылдың октябре — 2019 йылдың ғинуарында Швецияның Лёвен етәкселегендәге «ҡыҙыл-йәшел» министрҙар кабинетында мәҙәниәт һәм демократия министры.
Атаһы — гамбиец. Әсәһе — швед. Векшала уҡығанында мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы спринтер ҡыҙҙарҙың береһе була. 2003 йылда Стокгольм университетының политология факультетын тамамлай.
90-сы йылдарҙан киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1992-1997 йылдары «Sveriges Television» йәмәғәт телевидение менән бәйле. Унда эшмәкәрлеге «Disney Club» тапшырыуы менән башлана. 1998 йылдан TV4 тапшырыуында шәхси ток-шоу алып бара.
2001—2004 йылдарҙа Skandia страховка компанияһында департамент директоры вазифаһында эшләй.
2007 йылдан ғәҙел сауҙа өсөн көрәшеүсе «Rättvisemärkt3» ойошмаһының генераль сәркәтибе була.
2009 йылдың сентябренән ÅF компанияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм социаль яуаплылыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы хеҙмәткәр.
2013 йылда MUCF — йәштәр эштәре буйынса дәүләт агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнә.
Дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙа һәм консультатив советтарҙа төрлө вазифалар биләй. Шул иҫәптән, швед сиркәүҙәренең синодында тора (2006—2010) һәм Үҫмерҙәр христиан ассоцияцияһының (YMCA—YWCA) швед бүлексәһендә вице-президент була.
Йәшелдәр партияһына ингәндән һуң өс көндән үткәс, 2014 йылдың 3 октябрендә Лёвен етәкләгән һул центрик хөкүмәтенең мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә.
2002 йылдан алып швед актеры һәи йырсыһы Йоханнес Ба Кунка менән никахта тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.