Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы (рус. Дальневосточный морской заповедник) — Япон диңгеҙенең Бөйөк Петр ҡултығында 1978 йылдың 24 мартында ойошторолған һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, диңгеҙ тәбиғәт мираҫы объекты.
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 64 316,3 га, шул иҫәптән 63 000 — диңгеҙ акваторияһы |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 март 1978 йыл |
Килеүселәр һаны | 2016 йылда 21732 кеше, 2017 йылда 5579 кеше |
Идара итеүсе ойошма | «Леопард ере» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
42°35′00″ с. ш. 131°12′48″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Диңгеҙ буйы крайы |
Яҡындағы ҡала | Владивосток |
morskoyzapovednik.ru | |
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны — 64316,3 гектар, дүрт һаҡлау режимы бар, шул иҫәптән 63 000 гектар диңгеҙ акваторияһы, диңгеҙ сиктәре тирәләй 3 миль, ҡоро ер сиктәре тирәләй киңлеге 500 метр булған һаҡлау зонаһы раҫланған.
Ул Рәсәйҙә майҙанының 98 процентын һыу тәшкил иткән берҙән-бер ҡурсаулыҡ. Унда 5000-дән ашыу төр үҫемлек һәм хайуан иҫәпләнә.
2003 йылдың сентябрендә Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһына инә һәм биосфера ҡурсаулығы статусы ала.
Ҡурсаулыҡтың төп эшмәкәрлеге:
- хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең генофондын, шулай уҡ мәҙәни-тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау;
- һыу майҙанын һәм территорияһын һаҡлау;
- диңгеҙ һәм утрау биогеоценоздарын һаҡлау һәм тергеҙеүҙең фәнни нигеҙҙәре һәм диңгеҙҙе һаҡлау буйынса фәнни тәҡдимдәр әҙерләү;
- хайуандар һәм үҫемлектәрҙең диңгеҙ һәм утрау биоценоздарын өйрәнеү һәм күҙәтеү;
- экологик-ағартыу эшмәкәрлеге һәм танып-белеү туризмы.
2021 йылда ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 18.10.2019 2467-р указына ярашлы Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡарамағына тапшырыла.