Урыҫ теле
Рәсәйҙең дәүләт теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ теле (шулай уҡ рус теле; рус. русский язык) — рус халҡының милли теле, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 6 рәсми теленең береһе, элекке Советтар Союзында һәм Варшава блогында йәшәгән халыҡтарҙың милләт-ара аралашыу сараһы, Башҡортостанда ике рәсми телдең (башҡорт теле менән бер рәттән) береһе. Һиндевропа тел ғаиләһенә керә. Славян телдәренең көнсығыш төркөмөнә ҡарай. Урыҫ теленең нигеҙе итеп Урта Урыҫ диалекттары алынған. Имләһе — кирил алфавиты.
Урыҫ теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
русский язык |
---|---|
Илдәр |
Рәсәй, БДБ илдәре, Грузия, Көньяҡ Осетия, Абхазия, Латвия, Литва, Эстония, Израиль, Монголия, Шпицберген, Финляндия, Көнсығыш Европа илдәре, Германия, Франция, АҠШ, Канада, КХР, Австралия. |
Рәсми статусы |
Рәсәй Федерацияһы
АҠШ:
Халыҡ-ара ойошмадар:
БДБ |
Идара итеүсе ойошма |
В. В. Виноградов исемендәге урыҫ теле институты |
Был телдә һөйләшеүселәр |
Туған тел: 170 миллион,[4] |
Телде белеүселәр | |
Классификация | |
Категория | |
Туғандаш телдәр: украин теле, белорус теле | |
Әлифба |
кирил алфавиты (урыҫ алфавиты) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
рус 570 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Донъяла киң таралған телдәрҙең береһе — һөйләшеүселәр һаны буйынса алтынсы һәм туған теле кеүек белеүселәр һаны буйынса һигеҙенсе урынды биләй[8]. Шулай уҡ урыҫ теле иң күп таралған славян теле[9] һәм географик яҡтан да туған телдәре кеүек белгәндәр иҫәбе буйынса ла — Европала иң таралған тел[10].
Урыҫ теле — Рәсәй Федерацияһының рәсми теле, Белоруссияла ике дәүләт теленең береһе, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың һәм башҡа илдәрҙең рәсми телдәренең береһе, Үҙәк Евразияла, Көнсығыш Европала, элекке Советтар Союзы илдәрендә төп милләт-ара аралашыу теле, БМОның алты эш теленең береһе, ЮНЕСКО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларының теле[11][12][13][⇨].
Рәсәйҙә урыҫ телен белеүселәр һаны 137,5 млн кеше тәшкил итә (2010)[14]. Донъяла урыҫ телендә барлығы 260 миллионға яҡын кеше һөйләшә (2014)[15][⇨].
Рус фонетикаһы йәки фонологик төҙөлөшө 37 тартынҡы фонеманы эсенә алған тарихи үҫеш дауамында ҡатмарлаштырылған системаһы һәм үҙ эсенә 5 йә 6 һуҙынҡы фонема индергән вокализмдың аҙ ҡатмарлаштырылған системаһы менән ҡылыҡһырлана[~ 1]Бынан тыш, һуҙынҡылар системаһында ла, тартынҡылар системаһында ла ҙур аллофон йәки позицион төрлөләнеү күҙәтелә. Атап әйткәндә, баҫымһыҙ позицияла һуҙынҡылар көсһөҙләнә һәм күп кенә осраҡта ҡайһы берҙәрен аныҡ айырып булмай. Урыҫ телендә баҫым — үҙгәреүсән, төрлө урында һәм йүгерек[16][17][⇨].
Морфологик төҙөлөшө буйынса урыҫ теле башлыса флектив тел, синтетик тел. Лексемаларҙың грамматик мәғәнәһе, ҡағиҙә булараҡ, ялғау (флексия) ярҙамында бирелә. Ғәҙәттә һәр флексия бер үк ваҡытта бер нисә мәғәнә бирә. Урыҫ телендә, синтетик формалар менән бер рәттән, шулай уҡ аналитизм эементтарының үҫеше күҙәтелә[16][⇨].
Урыҫ теленең синтаксисы һүҙҙәр тәртибенең сағыштырмаса ирекле булыуы һәм ябай һөйләмдәрҙең бер компонентлы һәм ике компонентлы структураларының ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы, ҡатмарлы һөйләмдәрҙең өс төрө булыуы, интонацион сараларҙың әүҙем роле менән билдәләнә[18][⇨].
Урыҫ теленең лексик составы нигеҙҙә — төптән килгән үҙ һүҙҙәренән (исконно) тора. Лексик фондты тулыландырыу сараһы — үҙ моделдәре буйынса һүҙҙәр барлыҡҡа килтереү һәм икенсе телдәрҙән үҙләштереү. Иртә үҙләштнерелгәндәргә сиркәү-славян һүҙҙәре, грек һәм төрки телдәрҙән индерелгән һүҙҙәр ҡарай. XVIII быуаттан голланд, немец һәм француз үҙләштермәләре, XX быуаттан — инглиз үҙләштермәләре өҫтөнлөк итә[18][⇨].
Урыҫ теле диалекттары ике урыҫ наречиеһына: төньяҡ һөйләше һәм көньяҡ һөйләше төркөмләнә. Ике һөйләш араһында хәҙерге әҙәби урыҫ теленең нигеҙен тәшкил итеүсе күсемле урта урыҫ һөйләше урын алған (локализуются)[11][⇨].
Урыҫ теле үҫеше тарихында өс төп осор: урыҫ, белорус һәм украин телдәре өсөн дөйөм боронғо урыҫ теле (VI—XIV быуаттар), иҫке урыҫ һәм бөйөк урыҫ (XIV—XVII быуаттар) һәм милли урыҫ теле осоро (XVII быуат уртаһынан)[19][⇨]. Яҙма нигеҙендә иҫке славян кириллицаһы ята[⇨].
Урыҫ теле тураһындағы фәндәр комплексы лингвистик русистика тип атала[11][18][⇨].