Амур-балыҡ (лат. Ctenopharyngodon idella, (рус. Белый амур) — Амур йылғаһында һәм Ҡытайҙағы йылғаларҙа йәшәй торған эре балыҡ[1] ; карптар ғаиләһенән сөсө һыу балығы. Оҙонлоғо 120 см-ға, ауырлығы 32 кг-ға ҡәҙәр етә. Кәүҙәһе оҙонса, тәңкәләре эре, көмеш һымаҡ һары төҫтә; йотҡолоҡ тештәре ике рәтле. Көнсчығыш Азияныең тигеҙлек йылғаларында, Рәсәйҙә Амур йылғаһының урта һәм түбән ағымында йәшәй. Енси етлегеү осоро - 6-8 йыл. Йәш балыҡтар - зоопланктон, ҙурҙары үҫемлектәр менән туйына. Үҫеү темпы юғары. Балыҡ тотоу һәм үрсетеү объекты булып тора. Һыулыҡтарҙа үҫемлектәрдән таҙартыу өсөн файҙаланыла.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Амур-балыҡ |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Һөйәкле балыҡтар | Класс: | Нурҡанатлы балыҡтар | Суб-класс: | Яңы ҡанатлылар | Инфра-класс: | Һөйәкле балыҡтар | Супер-отряд: | Һөйәк ҡыуыҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Ctenopharyngodon idella Valenciennes in Cuvier and Valenciennes, 1844
|
|
|
Ябырға
Балыҡ Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында үҫтерелә[2][3][4].