боронғо грек мифологияһында мәңге йәш һунар алиһәһе, ҡатын-ҡыҙ сафлығы алиһәһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Артемида (һ. б.бор. грек. Ἄρτεμις. — боронғо грек мифологияһында мәңге йәш һунар алиһәһе, ҡатын-ҡыҙ сафлығы алиһәһе. Ерҙәге бөтә тереклектең ҡурсалаусыһы, никахта бәхет биреүсе һәм бала тапҡанда ярҙам күрһәтеүсе, һуңыраҡ Ай алиһәһе (уның ағаһы Аполлон Ҡояшты кәүҙәләндерә). Гомерҙа — һомғоллоҡ, һунарсылыҡ ҡурсалаусыһы[2]. Римлеләрҙә Диана[3] менән тиңләштерелә.
Артемида | |
бор. грек. Ἄρτεμις | |
| |
Һунар алиһәһе, бөтә тереклек ҡурсалаусыһы | |
Мифология |
боронғо грек |
---|---|
Туғандары | |
Балалары |
балаһыҙ |
Башҡа мәҙәниәттә |
Анаит, Диана, Артио, Ҡыҙ |
Артемида Викимилектә | |
Артемиданың культ хайуандары булып лань һәм айыу тора.
Артемида исеменең этимологияһы билдәһеҙ[4]. Микен телендә a-ti-mi-te[5].
Зевстың һәм алиһә Летоның ҡыҙы, Аполлондың игеҙәк ҡыҙ туғаны (Hes. Theog. 918)[6][3], титандар Кея һәм Фебаның ейәнсәре. Делос утрауындағы Кинф тауында тыуған.
60 океанида һәм 20 амний нимфалары уның хеҙмәтселәре була. Пандан бүләк итеп 12 эт ала[7]. Согласно Каллимаху, охотясь на зайцев, радуется виду их крови[8]. Каллимахҡа ярашлы, ҡуянға һунар иткәндә уларҙың ҡанын күреп шатлана[9].
Классик Артемида — мәңгелек ҡыҙ; уны оҙатып йөрөгән нимфалар шулай уҡ никахһыҙлыҡ антын бирә, уны үтәмәүселәр ҡәтғи язаға тарттырыла (мәҫәлән, Каллисто). Туй алдынан алиһә Артемидаға ҡорбан килтерелә. Күп мифтарҙа ул үс алыусы һәм аяуһыҙ булып күренә: Ниобаның балаларын, Актеонды үлтерә, Агамемнонға үҙенең ҡыҙы Ифигенияны ҡорбан итергә бойора. Артемиданың зыянлы функциялары уның архаик үткәне — Криттағы йәнлектәр хужаһы булыуы менән бәйле. Үҙенең боронғо ипостасында һунарсы ғына түгел, айыу ҙа була.
Кеше ҡорбандары килтерелгән бындай Артемида Кибеле һәм Иштар кеүек боронғо алиһә-әсәләргә яҡын; бәлки, шунан, алиһәнең уңдырышлылығын данлаған оргиастик культ элементтары ла килеп сыҡҡандыр. Йыш ҡына уның менән бала табыусыларға ярҙам итеүсе Ильфия, ҡараңғылыҡ алиһәһе һәм тылсымсыларҙы ҡурсалаусы Геката, Айҙы кәүҙәләндереүсе Селена тиңләштерелә. Художестволы һүрәттәрҙә Селена Артемиданан тулы йөҙө, костюмы һәм башындағы дуға формаһындағы япмаһы менән генә айырыла[10]. Артемида (үҙенең боронғо ипостасияһында), уға оҡшаш күп кенә алиһәләр кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы яҡлай, үлеп барғандарҙың ғазаптарын еңеләйтә, ул бер үк ваҡытта тыуыу һәм үлем менән ассоциациялана.
Артемиданың айыуҙар менән бәйләнештәре бик ҡыҙыҡлы һәм бер ни тклем аңлайышһыҙ. Брауронда, Аттиканың көнсығыш яры буйында, хәҙер ҡаҙылған Артемиданың Браурония ғибәҙәтханаһы булған. Бер яҡтан, был ҡорамға ҡатын-ҡыҙҙар тыуҙырыуҙа вафат булғандарҙың кейемдәре бағышланған: был Артемиданың бала тыуыуҙа ярҙамсы булараҡ функцияһы менән бәйле[11], һәм үҙендә ниндәй ҙә булһа көтөлмәгән хәлдәрҙе аңлатмай. Әммә ошо уҡ ғибәҙәтхана менән сәйер йола бәйле була: биш йәштән ун йәшкә тиклемге Афина ҡыҙҙары был ғибәҙәтханала күпмелер ваҡыт йәшәй, ἄρκτοι, йәғни «инә айыуҙар» тип атала, дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән Брауронии байрамы ваҡытында шафран менән буялған кейем кейгән ҡыҙҙар Артемида хөрмәтенә ниндәйҙер тантаналар ойоштора. Был йола менән Каллистоның айыуға әүерелгән юлдашы тураһындағы аркада мифы менән сағыштырыла һәм бында боронғо териоморф, йәғни Артемиданың «йыртҡыс» ҡиәфәте эҙҙәрен күрәләр[12].
Коттеға ярашлы, Артемида өсәү булы: Зевстың һәм Персефонаның ҡыҙы, ул Герместан ҡанатлы Эротты тыуҙыра; өсөнсө Зевстың һәм Летоның ҡыҙы; Упис һәм Главканың ҡыҙы, уны Упис тип атайҙар[13].
Мысыр риүәйәттәре буйынса, эллиндарға Эсхил хәбәр иткәнсә, Артемида — Деметраның ҡыҙы[14]. Аллалар Мысырға ҡасҡанда, ул бесәйгә әйләнә[15].
Артемида культы бөтә ерҙә лә таралған була, әммә бигерәк тә уның Кесе Азияла Эфестағы ғибәҙәтхананың даны тарала, унда күп түшле бала табыуҙы ҡурсалаусы алиһәнең данлыҡлы статуяһы урынлашҡан. Артемиданың беренсе ғибәҙәтханаһын Герострат «дан алырға» теләп б. э. т. 356 й. яндыра. Уның урынында төҙөлгән икенсе ғибәҙәтхана антик донъяның ете мөғжизәһе була. Артемида Эфесская амазонкаларҙың ҡурсалаусыһы була.
[40] Артемида культын урынлаштырған Лафрий исемле калидондар һәм мессессаларҙа эпиитеты (см. Мифы Фокиды).
Ҡатын-ҡыҙҙарға (ир-егеттәргә Аполлон кеүек) тәбиғи үлем килтерә, әммә ҡан ҡойғос үлем дә була ала, йыш ҡына язалау ҡоралы итеп уҡтар ҡуллана. Уның ҡорбандары араһында шулай уҡ Мелеагр һәм Орест.
Өсөнсө айҙың (Боедромиондың) алтынсы көнөндә гректар Артемида Агротераға ҡорбан килтерә.[67]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.