Гермес
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Герме́с (бор. юнан. Ἑρμῆς, микен. e-ma-a2[1]) — боронғо грек мифологияһында сауҙа, табыш, аҡыллылыҡ (фәһемлелек), таһыллыҡ һәм һүҙгә оҫталыҡ (оҫта теллелек) аллаһы, сауҙала байлыҡ һәм килем килтерә, атлеттар аллаһы[2]. Батша һарайҙарындағы һөрәнселәрҙе, илселәрҙе, көтөүселәрҙе һәм юлсыларҙы ҡурсалаусы; магия[3], алхимия һәм астрологияның ҡурғаусыһы. Аллалар вәкиле һәм ер аҫты батшалығы Аидҡа үлгәндәрҙең йәнен оҙатып барыусы; үлсәмдәрҙе, һандарҙы һәм азбука уйлап таба һәм кешеләрҙе өйрәтә.
Remove ads
Риүәйәт
Таһыллыҡта, хәйләкәрлектә, урлашыуҙа һәм шаянлыҡ менән мәрәкәселлектә бер кем дә Герместы уҙа алмай.


Аллалар батшаһы, ун ике Олимпия аллаһының береһе булған Зевс менән титан Атланттың арҙаҡлы төркөм — плеяда булып һаналған ете ҡыҙының олоһо Майяның улы[4][5] (икенсе фараз буйынса, Персефонаның улы[6]), Гермес Грециялағы Пелопоннес ярымуртауындағы Кили́ни[7] (юнан. Κυλλήνη) тауы (Аркадия өлкәһе[8]) ҡыуышында айҙың дүртенсе көнөндә[9] тыуа. Икенсе бер фараз буйынса, Беотония өлкәһендәге Керикион тауында тыуа[10].
Гермес ышыҡланып тәрбиәләнгән ҡырағай ағас ҡалдыҡтары һуңыраҡ Танаграла һаҡланған[11]. Тау нимфалары[12] яңы тыуған Герместы Аркадиялағы Тикрены тау шишмәләрендә йыуындыра[13].
Беренсе тапҡыр Гермес биләүҙә ятҡанда уҡ урлаша — бишеген ташлап, Грециялағы Үҙәк Македонияның көньяғындағы Пиерияға юллана һәм унан Аполлон көткән һыйырҙарҙың иллеһен ҡыуып алып китә[14]. Уларҙы тояҡ эҙҙәре буйлап тапмаһындар өсөн малдарҙың аяҡтарына ағас ботаҡтары бәйләй (икенсе вариант — сандалыйҙар кейҙерә), Пелопоннес ярымуртауындағы Пилосҡа килтереп, мәмерйәгә йәшерә. Шул арала Аркадиялағы Хелидорея тауында[15] ҙур гөбөргәйел ҡабығынан (панцирынан) һәм үлтерелгән ике һыйырҙың нәҙек эсәктәренән музыка ҡоралы — лира яһай[16], ул ете ҡыллы була[17].
Аполлон һыйырҙарын эҙләп Пилосҡа килә һәм урындағы кешеләрҙән һорашып, малдарҙы бер малай ҡыуып алып киткәнен белә, әммә бер ниндәй эҙ ҙә таба алмай. Урлашыу кем эше булғанын һиҙенеп, Аполлон Майяға килә һәм Герместы уғрылыҡта ғәйепләй. Әсә уға сәңгелдәктә биләүҙә ятҡан балаһын күрһәтә. Шунан Аполлон сабыйҙы күтәреп Зевсҡа бара, һәм атаһының һорашыуынан һуң Гермес Аполлонға һыйырҙарының ҡайҙа икәнен күрһәтә, ә үҙе яҡынға ултырып лирала уйнай башлай. Был уйын ҡоралының тауышы Аполлонға ныҡ оҡшай, һәм ул Гермесҡа лираны һыйырҙарға алмашырға тәҡдим итә. Гермес, һыбыҙғыла уйна-уйнай, һыйырҙарын көтә башлай. Аполлондың был музыка ҡоралын да үҙенә алғыһы килә, һәм ул алмашҡа үҙенең түрәлек һәм дәрәжә билдәһе булған махсус таяғын — жезлды тәҡдим итә.
Сабый сағында Гермес шаяртып Зевстың хакимлек билдәһе булған скипетрын, Посейдондың өс йәпле ҡоралы «өс теш»ен (урыҫса трезубец), Гефестың ҡыҫҡысын, Афродитаның билбауын, Аполлондың алтын уҡтарын һәм йәйәһен, Арестың ҡылысын урлай[18].
Риүәйәт
Гермес Мысырҙа яҙыу тамғалары (хәрефтәр) уйлап таба[19]. Торналар осоуына ҡарап, ул тәүге ете хәрефте уйлап сығара[20]. Йондоҙсоҡтарҙың урынлашыу тәртибен билдәләй һәм күк йөҙөнә дельта хәрефен (Дий исемендәге беренсе) ҡуя — «Өсмөйөш» йондоҙлоғо[21].
Remove ads
Герместың яҡын-тирәһе
Герместың һөйгән йәрҙәре
Герместың нәҫеле
- Абдер
- Автолик. Филониданан йә Стилбанан.
- Агрей. Нимфа Сосанан.
- Араб. Фрониянан.
- Атлантий (Гермафродит). Афродитанан.
- Бун. Алкидамиянан[23].
- Гарпалик
- Гигант. Гиериянан.
- Гермафродит. Афродитанан.
- Дафнис. Нимфанан.
- Долоп
- Евандр. Нимфа Феспиода-Карментанан.
- Евдор. Полимеланан.
- Эвномия (Евномия), Пейфо, Родос, Тихе. Афродитанан.
- Еврест. Апталанан.
- Еврит менән Эхион. Антианиранан.
- Ио (фарыз)
- Керик. Пандросанан.
- Кефал. Герсанан йә Креусанан.
- Кидон. Акакаллиданан. (фараз)
- Лар. Нимфа Лаланан.
- Ливий. Ливиянан.
- Лин. Ураниянан (фараз)
- Миртил. Феобуланан йә Клеобуланан.
- Норак. Эрифиянан.
- Палефат. Дельфий ҡанбабаһынан.
- Пан. Дриопанан йә Орсиноянан, йә Пенелопанан.
- Полиб (Сикион йә Коринф батшаһы). Хтонофиланан.
- Приап (фараз)
- Прилид]. Иссанан.
- Проном менән Фереспонд (сатирҙар). Ифтиманан.
- Саон. Ренанан.
- Силен (фараз)
- Фарис. Филодамиянан.
- Эрот. Афродитанан йә Артемиданан (фараз)
- Эфалид. Евполемиянан[24].
Шулай уҡ:
- Кефаллен. Калипсонан.
- Өс ҡыҙ. Гекатанан.
- Диагор. Олимпия еңеүсеһе.
артабан тағы ла 40-ҡа яҡын исем.
Гермес — Одиссейҙың ҡарт (олатаһының) олатаһы.
Гермес тарафынан үлтерелгәндәр
- Аргос Панопт.
- Аск (гигант).
- Батт. Көтөүсе, ташҡа әйләндерелгән.
- Ипполит (гигант).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads