![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/ca/Afroasiatic_languages-en.svg/langba-640px-Afroasiatic_languages-en.svg.png&w=640&q=50)
Афразия телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Афразия телдәре (көнбайыш әҙәбиәттә афроазияй, иҫкесә: семит-хәмит йәки хәмит-семит) — Африканың төньяҡ өлөшөндә Атлантик океан яр буйынан һәм Канар утрауҙарынан алып Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйына саҡлы, һәм шулай уҡ Көнбайыш Азияла һәм Мальта утрауында таралған телдәр макроғаиләһе. Афразия телдәрендә һөйләшкән төркөмдәр (башлыса ғәрәп теленең төрлө диалекттары) төп ареал сиктәренән тыш күп кенә илдәрҙә бар. Шул телдәрҙә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 253 млн самаһы кеше[1].
Афразия | |
![]() | |
Таксон |
макроғаилә |
---|---|
Ареал |
Алғы Азия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Африка |
Телде белеүселәр һаны |
270—300 млн |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре, Африка телдәре |
Ностратик телдәр (фараз)
| |
Состав | |
Бербер-ливий телдәре, мысыр теле, кушит телдәре, омот телдәре, семит телдәре, чад телдәре | |
Бүленгән ваҡыты |
б.э.т. X—VIII меңйыллыҡ |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
афз 069 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Сығышы яғынан уртаҡ билдәләре — ҡәрҙәш тамыр һәм грамматик морфемалары булған биш (йәки алты) тел ғаиләһен үҙ эсенә ала. Ҡайһы берҙә бигерәк ныҡ дөйөмләштерелгән ойоштормаға — һинд-европа, картвель, урал, дравидий һәм алтай ғаиләләрен берләштергән телдәрҙең ностратик макроғаиләһенә индерелә. Әммә һуңғы ваҡытта афразия макроғаиләһе ностратик телдәрҙән сығарылып һәм һуңғыһы менән бер рәттән айырым һәм үҙ аллы итеп ҡаралһа ла, шулай ҙа ностратик телдәр менән яҡын туғандаш итеп ҡарала[2].