Картвель телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Картвель телдәре (йәки көньяҡ-кавказ;груз. ქართველური ენები) — көньяҡ Кавказда, башлыса Грузияла таралған телдәр ғаиләһе.
Ҡыҫҡа факттар Таксон, Ареал ...
Картвель | |
Таксон |
ғаилә |
---|---|
Ареал | |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Ностратик телдәр макро-ғаиләһе (гипотеза) | |
Состав | |
4 телгә | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Ябырға
Башҡа телдәр менән генетик бәйленеше билдәләнмәгән. Элегерәк гипотетик кавказ телдәре йәки иберий-кавказ телдәре макро-ғаиләһенә индергәндәр. Был гипотеза фәнни йәмғиәт тарафынан кире ҡағылһа ла, Грузияла киң таралған. Картавель телдәренең ностратик макро-ғаиләгә ҡарауы тураһында ла гипотеза бар[1]. Был гипотеза бәхәсле һәм күп кенә белгестәр тарафынан тәнҡитләнгән һәм кире ҡағылған. Гипотезаның йомғаҡтарын компаративистар ҡабул итмәй, һәм тулыһынса яңылыш һәм ышанысһыҙ тип иҫәпләй[2][3].