From Wikipedia, the free encyclopedia
Балтик йыр һәм бейеү байрамы (латыш. Vispārējie Dziesmu un Deju svētki, лит. Dainų ir šokių šventės, эст. Laulupidu) — Латвия, Литва һәм Эстонияның милли байрамы. Балтик йыр һәм бейеү байрамдары һәр биш йыл һайын (Литвала һәр дүрт йыл һайын) уҙғарыла, унда ошо илдәрҙең төбәк конкурстарында еңгән иң яҡшы хор коллективтары ҡатнаша, һәм ул халыҡ хор сәнғәте ҡаҙаныштары киң смотрының тамамланыуы, уға йомғаҡ яһау сараһы булып тора[1].
2003 йылдың 7 ноябрендә ЮНЕСКО Балтик йыр һәм бейеү байрамын кешелектең ауыҙ-тел һәм рухи мираҫы шедевры тип иғлан итте. Испан яҙыусыһы Хуан Гойтисоло етәкселегендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт буйынса 18 эксперттан торған жюри 56 заявка араһынан 18 шедевр һайлап алды, һәм улар донъя рухи мираҫы ЮНЕСКО исемлегенә индерелде[2][3].
Латвияла йыр һәм бейеү байрамы[4] (латыш. Vispārējie Dziesmu un Deju svētki) латыш халҡының ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда күп йыллыҡ традиция булып тора. Байрамда яҡынса 30 мең кеше ҡатнаша. Байрам көндәрендә (аҙнанан артыҡ) Ригала урамдарҙа, майҙандарҙа һәм парктарҙа төрлө байрам саралары ойошторола. Беренсе Латыш йыр һәм бейеү фестивале 1873 йылда уҙған.[5] Байрамдар Рәсәй империяһы, СССР һәм бойондороҡһоҙ Латвия осоронда уҙған. 2008 йылда, 38 500 ҡатнашыусыны йәлеп иткән иң ҙур байрам үткәрелгән[6].
1965 йылдан йыйылма хорҙың алыштырһығыҙ баш дирижёры Имантс Кокарс (1921—2011) булған.[7][8]
Литвала йыр һәм бейеү байрамы 4 йылға бер тапҡыр үтә.
Эстон йыр байрамы (эст. Laulupidu) — биш йылға бер июль айында Таллиннда уҙғарылған байрам. Беренсе байрам Тартуҙа, 1869 йылдың йәйендә үткәрелгән.[9] Тәүге ойоштороусыларҙың береһе Йохан Вольдемар Яннсен булған. Һуңғы байрам 2014 йылда булған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.