Тарту
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Та́рту (эст. Tartu; 1030—1224, 1893—1918 йылдарҙа Ю́рьев; 1224—1893 йылдарҙа Дорпат, Дёрпт (нем. Dorpat, Dörpt) — Эмайыги (Омовжа; нем. Embach — Эмбах) йылғаһында урынлашҡан ҡала, Таллиндан һуң халыҡ һаны буйынса Эстонияла икенсе ҡала, өйәҙ үҙәге.
Remove ads
Дөйөм һүрәтләмә
Тарту Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 185 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тарту Эмайыги йылғаһының ике ярында, уның Чуд-Псков күлдәр системаһына ҡушылған еренән 37 километрҙа; йылға буйлап 9 км ята.
Климат
Та́рту климаты уртаса диңгеҙҙән уртаса континенталь климатҡа тиклем үҙгәреүсән. Уртаса йыл температураһы — 4,9 °C 1961—1990 йй. һәм 6,5 °C 2000—2010 йй. Уртаса яуым-төшөм кимәле — 637 мм.
Тарих
Тарту — Балтик диңгеҙе буйындағы илдәрҙең иң боронғо ҡалаһы. Боронғо эсттарҙың был урындағы даими ерлеге V быуатҡа, ҡаласыҡ VI—VIII быуаттарға ҡараған. Ҡаласыҡ Тарбату (tarvas — эст. 'зубр') тип аталған. Ошонан һуң Тарту эстон атамаһы, шулай уҡ Dörpt, Dorpat йәки Дерпт барлыҡҡа килгән[2][3].
Урта быуаттар
1030 йылда Тарбату ҡаласығын Киев кенәзе Ярослав Мудрый отряды баҫып ала. Ярослав ҡаласыҡты үҙенең христиан исеме менән Юрьев тип атаған[4]. Ошо ваҡытта Тарту тәү тапҡыр яҙма сығанаҡтарҙа осрай, шуға ҡалаға нигеҙ һалыу йылы тип 1030 йылды һанайҙар. 1061 йылда ҡала урындағы ҡәбиләләр менән кире ҡайтарыла[5]. 1133 йылда Новгород кенәзе Всеволод Мстиславич яулап ала. 1215 йылда Юрьев ҡалаһын ҡылыслы немец рыцарҙары баҫа, әммә 1223 йылда эсттар баш күтәреү менән ҡала азат ителә. Ниәттәрен ҡалдырмай, немецтар баш күтәреүселәрҙе һәм Вячко кенәзен язаға тарттыралар.
Ҡалаға немецса Дорпат тип исем ҡушалар, епископ Герман I ҡаланы үҙ биләмәләре — Дорпат епископлығы үҙәге итә. Ошо сифатта ҡала ике йөҙ йыл дауамында була[6].
XVII быуат
1600—1603, 1625—1656 һәм 1661—1704 йылдарҙа Дорпат Швецияға ҡарай, 1603—1625 йылдарҙа — Речь Посполитая, 1656—1661 йылдарҙа — Рәсәй биләмәһенә инә.

1632 йылда «Густавиан Академиаһы» (хәҙер — Тарту университеты) асылған, Швед короллегендә Уппсала университенынан һуң икенсе булған.
XVIII—XX быуат башы
1704 йылдың йәйендә Төньяҡ һуғышы барышында Дорпат (Дерпт) Пётр I батша ғәскәрҙәре баҫып ала[7].
1783 йылдан — Лифлянд губернаһы өйәҙ ҡалаһы һәм Дерпт өйәҙенең административ үҙәге[7].
1802 йылда Дерпт (Тарту) университеты яңынан асылған, ҡала Эстонияның мәҙәни һәм фәнни үҙәге булып китә. Бында эстон әҙәбиәте, ваҡытлы матбуғат, профессиональ театрға (1870) нигеҙ һалына, тәү тапҡыр Йыр һәм бейеү байрамы үткәрелә[6][8](1869), уны күренекле эстон эшмәкәре, журналист, шағир Йохан Вольдемар Яннсен ойоштора.
1893 йылда, «немецлыҡты» алыу ваҡытында (Александр III заманы[7]), ҡалаға Юрьев исеме ҡайтарыла, 1919 йылға тиклем һаҡлана.
XX быуат
Февраль революцияһынан һуң, 1917 йылдың 30 мартында Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте «Эстлянд губернаһының ваҡытлыса административ төҙөлөшө хакимлығы һәм урындағы үҙидаралыҡ тураһында» положение ҡабул итә. Уның нигеҙендә Лифлянд губернаһы биләмәләре яңынан ҡарала, Юрьев өйәҙе Лифляндияның башҡа төньяҡ өйәҙҙәре һәм эстон халҡы менән Эстлянд губернаһына күсте.
1940 йылда Эстонияға совет ғәскәрҙәре инеп, ЭССР ойошторолдо, шул уҡ йылдың 6 авгусында СССР-на ҡушылды. 1940 йылдан Тарту дәүләт университеты совет юғары уҡыу йорто булды, унда эстон һәм урыҫ телдәрендә белем бирелде.
1941 йылдың 26 июлендә ҡалаға немец ғәскәрҙәре инде.
1944 йылдың 25 авгусында Тарту ҡалаһына совет ғәскәрҙәре инә. Һуғыш ваҡытында ҡалаға бик ныҡ зыян килтерелә — Таш күпер (Kivisild), «Ванемуйне» театр йорто, Эстон Халыҡ Музейы, Изге Иоанн һәм Изге Мария сиркәүе юҡ ителде.
Remove ads
Халҡы
Халыҡ һаны
1825 | 1833 | 1840 | 1847 | 1856 | 1863 | 1867 | 1881 | 1897 | 1922 | 1934 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8450[9] | 10 020[10] | 12 203[11] | 12 185[12] | 12 914[13] | 14 386 | 21 014[14] | 29 974[15] | 42 308[16] | 50 342[15] | 58 876[17] |
1939 | 1940 | 1941 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 | 2010 | 2011 | 2012 |
60 281[18] | 55 529[18] | 47 829[18] | 74 263[19] | 90 459[20] | 104 518[21] | 113 977[22] | 98 695[22] | 103 284 | 98 561[23] | 95 074[24] |
Этник составы
Телде белеү
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йыл[28]
Remove ads
Ҡала райондары
- Аннелинн
- Варику
- Веэрику
- Ваксали
- Ихасте
- Карлова
- Кесклинн
- Маарьямыйза
- Раади-Круусамяэ
- Ропка сәнәғәт районы
- Ропка
- Рянилинн
- Супилинн
- Таммелинн
- Тяхтвере
- Юлейыэ
- Яамамыйза (рәсми булмаған исеме — Хийналинн (Ҡытай ҡалаһы) һәм Шанхай)
Иҡтисады
Хәҙерге заманда ағас эшкәртеү һәм мебель сәнәғәте, машина төҙөлөшө һәм металл эшкәртеү, прибор төҙөү сәнәғәте, шулай уҡ еңел (тегеү, аяҡ кейеме) һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (A. le Coq һыра заводы) ҙур урын алған. Туристик секторы һәм медицина туризмы үҫешә.
Иҫтәлекле урындар
Архитектура һәйкәлдәре
- Тарту ратушаһы кискеһен
- Ратуша майҙанында «ҡолап барған» өй
- Тарту университетының төп бинаһы
- Ангел (Инглиз) күпере
- Шайан күпере
- Петр сиркәүе
- АХХАА музейы һәм Tigutorn - ҡаланың иң бейек биналары
- Ағас йорт, Оа урамы, 1
- Ратуша майҙаны
- Дом соборы емеректәре
- Тимер юлсылары элек йәшәгән йорт
- Изге Павел сиркәүе
Боронғо ҡалала тарихи-архитектура һәйкәлдәренең төп өлөшө урынлашҡан: ратуша (1789) һәм иртә классицизм стилендә ратуша майҙаны, торлаҡ йорттар, Яан сиркәүе (XIV быуат), университеттың баш корпусы (1804—1809).
Remove ads
Ҡаланың билдәле кешеләре
- Аавик Юхан (1884—1982) — эстон композиторы, дирижёр, музыкаль педагог. Симфоник һәм хор дирижёры булған (1911—1925 йылдар).
- Эрнст фон Бергманн (1836—1907) — хирург, асептикаға нигеҙ һалыусы.
- Бломериус Рихард Рихардович (1907—1991) — тирә-яҡты өйрәнеүсе.
- Бодуэн де Куртене Иван Александрович (1845—1929) — поляк һәм урыҫ тел белгесе.
- Фаддей Булгарин (1789—1859) — яҙыусы, журналист, тәнҡитсе, нәшерсе.
- Карл Эрнст фон Бэр (1792—1876) — эмбриология һәм анатомияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Вересаев Викентий Викентьевич (ысын фамилияһы — Смидо́вич), (1867—1945) — урыҫ һәм совет яҙыусыһы.
- Борис Вильде (1908—1942) — француз этнографы.
- Вольперт Лариса Ильинична (род. 1926) — эстон шахматсыһы, гроссмейстер (1978); әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы.
- Гаккеншмидт Георг (1878—1968) — атлет, көрәшсе, яҙыусы һәм философ.
- Дудаев Джохар Муса улы (1944—1996) — авиация генерал-майоры. Чечен сәйәси эшмәкәре, 1990-сы йылдар азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы, Чечен Республикаһы Ичкерияның беренсе президенты.
- Жилин Виктор Павлович (1946, Тарту — 1986) — яҙыусы-фантаст.
- Якоб фон Икскюль (1864—1944) — биолог, зоопсихолог һәм философ.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads