Башҡорт халыҡ йырҙары

ХИСАМ Һаҡмар ғына буйы бигерәк йәмле Аҡ тирмәләр ҡоропта йәйләргә Ҡайҙа ғына барма дуҫ - иш кәрәк Һаҡмарға барып атым бәйләргә / From Wikipedia, the free encyclopedia

Башҡорт халыҡ йырҙары — һүҙҙәре һәм көйө башҡорт халҡы тарафынан ижад ителгән йырҙар.

Quick facts: Әҫәрҙең теле...
Башҡорт халыҡ йырҙары
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Close

Йыр — башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борондан килгән тормош юлдашы. Уларҙа тарих дәүерендә булып үткән иң мөһим һәм иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһы, ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше, быуындан-быуынға күсеп килгән йолалары сағылыш тапҡан. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.

Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел төшһә лә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис юғында көйләргә мөмкин. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡтың үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.

Көньяк Уралда йәшәүсе башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә төп урынды йыр поэзияһы биләй. Юғары сәнғәт кимәлендә халыҡтың милли характерын, уның ифрат бай эске донъяһын, фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған йырҙар баһаларын бер ни менән билдәләп булмаған мираҫ ул. Йыр — кешеләрҙең көндәлек тормош юлдашы, уға әҙәм балаһы шатлыҡлы көндәрендә лә, ҡайғылы мәлдәрендә лә мөрәжәғәт итә, таяна. «Ел елләмәй томан асылмай, йыр йырламай күңел асылмай», — тип, юҡҡа ғына йырланмайҙыр.

Башҡорт халыҡ йырҙары, ниндәй генә сәхнәнән яңғырамаһын, һәр ваҡыт тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә[1].