Солтанов Абдулла Афзал улы
үҙешмәкәр йырсы, ҡурайсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Солтанов Абдулла Афзал улы (25 сентябрь 1928 йыл — 17 август 2023 йыл) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
Remove ads
Биографияһы
Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан «Байрамғол» совхозында малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996)
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)
- Учалы районының почётлы гражданы (2016)[2][3]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads