Бембекс-һағыҙаҡтар (Bembex, Бембексы) — ҡом һағыҙаҡтары ырыуы; инәһе ергә ҡаҙып оя яһай, шунда күкәй һалып бала сығара торған бөжәктәр[1].
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Бембекс-һағыҙаҡтар |
Оса рода Bembix, Dar es Salaam, Танзания |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Юғары класс: | Алты аяҡлылар | Подкласс: | Асыҡ яңаҡ һөйәклеләр | Инфракласс: | Ҡанатлы бөжәктәр | Суб отряд: | Әүермән бөжәктәр | Подотряд: | Һабаҡ ҡорһаҡлылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Bembix Fabricius, 1775
|
Синонимдар |
---|
- Bembyx Fabricius, 1775
- Bembex Fabricius, 1777
- Apobembex Pate, 1937
- Epibembex Pate, 1937
|
|
|
Ябырға
Уртаса ҙурлыҡтағы яңғыҙ һағаҙаҡтар. Барлығы 20 дән артыҡ төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 18—25 мм. Күкрәге ҡара, ҡорһағында йәшкелт-һары була. Кәүҙәһе һәм ҡорһағының төктәре сағыштырмаса ҡыҫҡа. Өҫкө ирене ныҡ һуҙылған, өс мөйөш формаһында. Урман буйҙарында, урман аҡландарында, ағастар ултыртылган соҡор һәм һыҙаларҙа, парк, скверларҙа йәшәй. Ерҙә оялай, үлән ҡапламы һирәк булған яҡшы йылытылған участокларда еңел, ҡомло тупраҡта йышыраҡ осорай. Инә бембикс тупраҡта өн ҡаҙа һәм төбенә йомортҡа һала. Йомортҡанан сыҡҡан личинканы инә бембикс үҙе сағып үлтергән себендәр һәм күгәүендәр менән туйындыра.