From Wikipedia, the free encyclopedia
Бүрекле һабан турғайы (рус. хохлатый жавронок, лат. Galerida cristata) — һабантурғайҙар ырыуындағы ҡош.
Бүрекле һабан турғайы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Galerida cristata (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148907 |
Турғайҙан бер аҙ ҙурыраҡ. Күмәкләшеп ерҙә йөрөйҙәр. Башлыса ерҙә һайрай. Башында ослайып бөткән ҙур ғына көрән бүрке бар. Һырт яғы һорғолт көрән, аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған. Түше көрән төртөклө һорғолт ерән, ҡорһағы аҡ. Ҡойроғоноң ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. һабан турғайынан ҙур бүрке менән айырыла.
Тауышы көйлө, яғымлы ғына: «ири-тири-рриә» һәм тоноҡ: «жүйт». Һайрауы һабан турғайының һайрауына оҡшаған. Тик бик яңғырауыҡлы түгел.
Ауыл тирәһендәге асыҡ. урындарҙа йәшәй. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ерҙә оялай. Көрән тап¬лы 3—5 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡа һала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.