Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгрия, Европа Берлеге иле-ағзаһы булараҡ, энергетикала яңы сығанаҡтар эҙләүҙә үҙ өлөшөн арттырыу буйынса стратегияла ҡатнаша. 2009 йылда Европа Берлеге энергетикала яңы сығанаҡтар эҙләү тураһында Директива ҡабул итә, уның буйынса 2020 йылға Евроберлектә энергетикала яңы сығанаҡтар өлөшө 20 процентҡа етергә тейеш[1]. 2030 йылға ел көсөн файҙаланып эшләүсе электр станциялары Евроберлектә етештерелгән бөтә электр энергияһының 26 проценттан 35 процентҡа тиклемге өлөшөн етештерергә һәм 56 млрд евро аҡса экономияларға тейеш[2]. 2020 йылда Венгрияла был күрһәткес 14,7 процентҡа етәсәк, тип көтөлә. Әлеге ваҡытта Венгрияла энергетикала яңы сығанаҡтар буйынса күрһәткес Евроберлектә иң түбәне (11 процент). 2015 йылда был күрһәткес 10,5 % тәшкил иткән, шуның 52 проценты биомассанан, 22 проценты — елдән, 7 % — һыу ярҙамында, 3 % — ҡояштан энергия ҡулланып алынған[3].
Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар | |
Дәүләт | Венгрия |
---|---|
Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар Викимилектә |