Венгр мифологияһы
венгр халҡының боронғо мифтары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгр мифологияһы — венгр халҡы мифологияһы, ул мифтарҙан, риүәйәттәрҙән, әкиәттәрҙән һәм башҡа дини ышаныуҙарҙан тора. Венгр мифологияһының күп өлөшө быуаттар үтеү менән онотолған, тик ҡайһы бер текстарҙы ғына мифтар рәтенә ҡуйып була. Шуға ҡарамаҫтан, күп кенә венгр мифтары һуңғы 100 йыл эсендә ҡайтанан тергеҙелгән. Венгр мифологияһын өйрәнеү сығанаҡтары :
- Фольклор, сөнки күп кенә мифтарҙа осрай торған фигуралар халыҡ әкиәттәрендә, йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә, шулай уҡ айырым башҡа халыҡтарҙа осрамай торған йолаларҙа һәм иҫтәлекле көндәрҙә һаҡланып ҡалған;
- Урта быуат йылъяҙмалары , кодекстар;
- Венгр булмаған авторҙарҙың венгрҙар тураһында ҡалдырған яҙмалары;
- Археология тикшеренеүҙәре.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙендә эшләнгән ...
Венгр мифологияһы | |
Нигеҙендә эшләнгән | Фин-уғыр мифологияһы, Тәңреселек һәм шаманлыҡ |
---|
Ябырға