Шаманлыҡ
исламға тиклемге дин төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Шаманлыҡ (рус. Шаманизм) — (эвенкса шаман, саман — ярһыған кеше) — диндең тәүге формаларының береһе. Ҡамлау ваҡытында шамандың рухтар менән аралашыуы тибындағы күҙаллауға нигеҙләнә.
Шаманлыҡ магия, анимизм, фетишизм һәм тотемизм менән бәйле. Уның элементтары төрлө дини системаларҙа булырға мөмкин.
Шаманлыҡ Себер, Алыҫ Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Урта Азия һәм Африка, Төньяҡ Америка индеецтары, Австралия Һәм Океания, шулай уҡ Көньяҡ Америка индеецтары халыҡтарында үҫешкән. Ул теге йәки был формала күпселек ер халыҡтарында, айырыуса палеолит һәм неолит осоронда булған. Был йәһәттән шаманлыҡ тиҫтәләгән меңләгән йылдар буйы иҫәпләнгән боронғо дин тип һанала.
Ләкин бындай аңлау шартлы, сөнки хәҙерге диндәр берҙәм мифологик нигеҙҙе күҙ уңында тота. Шаманлыҡта хатта мифологик нигеҙҙә лә Евразия африка һәм америка шаманизмдары, ғөмүмән, үҙенең миф системаларына таяна.
«Шаман» төшөнсәһе бик күп телдәрҙә ҡулланыла. Уның килеп сығышының төп версияһы — тунгус-маньчжур — «са» тамырынан (са-ми/һа-ми/ша-ми) — «белеү» + - ман (суф. информация о suff берәй нәмәгә әүәҫлек күрһәтергә тырышыу), дост. саман (аллаһтың язаһынан бары тик аллаһ үҙе генә ҡотаара ала.)[1][2][3]. Шулай уҡ һинд арий телдәре һәм санскр. श्रमण «шраман» һәм пали शमण «саман» — тыңлаусы[4] килеп сығыуы ихтимал.. Бынан тыш, һәр халыҡтың шамандар өсөн үҙ исемдәре бар, улар хатта бер халыҡтың шаман функцияларына һәм шаман категорияһына ҡарап айырыла ала.