География
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең географик тышлығын тикшергән фәндәр системаһы. Географик тышлыҡ иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр.
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡайҙа өйрәнелә ...
География | |
Өйрәнеү объекты | географик урынлашыу[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | география тарихы[d] һәм Q3589295? |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | data.europa.eu/euodp/en/… |
Һештег | geography |
CIP коды | 45.0701 һәм 45.0799 |
Өлөшләтә тура килә | Йәмғиәт фәндәре һәм Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
География Викимилектә |
Ябырға