Биосфера
From Wikipedia, the free encyclopedia
Биосфе́ра ( бор. грек. βιος — тормош һәм σφαῖρα — сфера, шар) — Ерҙең, тере организмдар урынлашҡан , уларҙың йәшәүенең һәм бүлентеләренең йоғонтоһондағы ҡабығы; «тормош ярыһы»; Ерҙең глобаль экосистемаһы.
Биосфера | |
Ҡайҙа өйрәнелә | биосферология[d], global change biology[d] һәм науки об окружающей среде[d] |
---|---|
Биосфера Викимилектә |
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Биосфера — Ерҙең ҡыртышы, тере организмдарҙың урынлашҡан һәм уларҙың йоғонтоһонда үҙгәрештәр кисергән өлөшө. Биосфера кәмендә 3,8 млрд йыл элек формалаша башлаған, шул ваҡыттарҙа беҙҙең планетала беренсе организм барлыҡҡа килә башлаған. Ул , уның бөтә гидросфераға литосфераның өҫкө өлөшөнә һәм атмосфераның аҫҡы өлөшөнә үтеп инә, йәғни йәшәү экосфера урынлаша. Биосфера бөтә тере организм йыйылмаһынан ғибәрәт. Унда 3 000 000 ашыу төр үҫемлек, хайуандар, бәшмәктәр һәм бактериялар көн итә. Кешеләр ҙә биосфераның өлөшө булып тора, уларҙың эшмәкәрлеген тәбиғәттәге процестарҙы күпкә уҙып, академик В. И. Вернадский әйтмешләй: «Кеше ҡөҙрәтле геологик көскә әүерелә».
Французтәбиғәт фәндәре белгесе ғалим Ламарк Жан Батист XIX быуат башында беренсе тапҡыр биосфера концепцияһын тәҡдим итә, был термин әлегә хатта инмәгән дә була. «Биосфера» терминын австрия геологы һәм палеонтологы Зюсс Эдуард 1875 йылда тәҡдим иткән[1].