From Wikipedia, the free encyclopedia
Деним (denim; бер версия буйынса франц. serge de Nîmes "Ним туҡымаһы ") — ныҡлы кизе-мамыҡ туҡыма.
Джинса туҡыманың элгәре Һиндостанда йөҙәр йылдар дауамында етештерелгән булһа, деним беренсе тапҡыр Францияның Ним ҡалаһында етештерелгән[2].
Етештергәндә арҡау нигеҙҙең ике йәки унан да күберәк ебе аҫтында үткәрелеп туҡыла. Был саржа үрелеше диагональ һырҙар барлыҡҡа килтерә.
Джинса туҡыма төрлө төҫтә була, әммә иң таралғаны — индиго төҫлө джинса, был туҡыманың нигеҙе төҫө, ә арҡауы — аҡ. Нигеҙҙең бер яғында саржа үрелеше һөҙөмтәһендә нигеҙҙең күк ептәре өҫтөнлөк итә, ә тиҫкәре яғында арҡауҙың аҡ ептәре өҫтөнлөк итә. Шулай итеп, был туҡыманан эшләнгән джинса күбеһенсә эс яҡтан аҡ төҫтә. Башҡа төҫтәрҙәге (атап әйткәндә, ҡара төҫтәге) деним алыу өсөн көкөрт нигеҙендә буяуҙар ҡулланыла.
Джинса туҡымаһы АҠШ-та XIX быуат уртаһынан файҙаланыла. Джинса туҡымаһы тәүге тапҡыр 1873 йылда, Неваданан тегеүсе Джейкоб У. Дэвис сигәле джинса салбар теккәндән һуң, билдәлелек яулай башлай. Ыштандың популярлығы Дэвистың ҙур булмаған магазины мөмкинлектәренән ашып китә, шуға күрә ул етештереүҙе джинс туҡымаһы менән тәьмин иткән Levi Strauss & Co.галантереяһының күмәртәләп һатыусы предприятиеларына күсерә.
XХ быуат дауамында джинса туҡыма ныҡлы арзан униформа эшләү өсөн ҡулланыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бысраҡ эш өсөн комбинезондар «деним» тип аталған. Был бөтәүләй тегелгән кейем оҙон балаҡлы һәм еңле, үңәстән бот араһына тиклем ҡаптырылған, зәйтүн-һоро төҫтәге джинсы туҡыманан тегелгән кейем булған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.