Француз теле
роман теле, француздарҙың милли теле һәм 30-ҙан ашыу француз телле илдәрҙең рәсми теле From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Француз теле (үҙатамаһы — les Français, la langue français) — француздарҙың теле (Францияның рәсми теле). Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә. Француз теле 29 илдә дәүләт теле булып тора: Франция, Канада, Бельгия, Швейцария, Ливан, Люксембург, Монако, Марокко, Алжир, Туниста һәм Африканың бер-нисә илендә.
Һинд-европа телдәре ғаиләһенә ҡарай (роман төркөмө, галл-роман төрө). Ябай латин теленән сыҡҡан, башҡа роман телдәренә ҡарағанда унан ныҡ алыҫлашҡан[1]. БМО (ООН) һәм ЮНЕСКО-ның рәсми телдәренең береһе. Француз теле — бик күп халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми теле һәм сит ил теле булараҡ иң күп өйрәнелгән телдәрҙең береһе. «Франкофония» халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, француз телендә ысынлап аңлаша алған кешеләр һаны — 274 миллион[2].
Remove ads
Тарихы
- Төп мәҡәлә: Боронғо француз теле, Урта француз теле.
Ябай һөйләш латин теленең айырым француз теленә әүерелеү процесы VI быуаттан VIII быуатҡа тиклем осорҙо ала. Иң боронғо француз телендәге текстар — Страсбург анттары (842 йыл) һәм Изге Евлалия тураһында секвенциялар (IX быуат аҙағы). Урта француз теленә классик латин теле көслө йоғонто яһай.
1066 йылда Нормандия герцогы Вильгельм Англияны яулап алғандан һуң, француз теле (инглиз-норманд, француз закон (юриспруденция) телдәре) Англияла өс быуат буйы юғары ҡатлам теле була (Нормандия рыцарҙары теле). Француз теле шулай уҡ төрлө тәре йөрөтөүселәрҙең дөйөм теле һәм Яҡын Көнсығыштағы тәре йөрөтөүселәр дәүләттәренең теле була.
XII—XIII быуаттарҙа француз теле Германия, Фландрия, Нидерландта юғары ҡатлам араһында тарала. XIII быуат аҙағында ҡайһы бер Италия яҙыусылары французса яҙышҡан, Марко Поло, мәҫәлән, үҙ сәйәхәтен француз телендә һүрәтләгән.
Вилле-Котре ордонансы 1539 йылда француз телен Францияла берҙәм дәүләт теле итеп нығыта һәм урындағы администрацияларға административ документтар төҙөгәндә латин теле урынына Париж нормаһына таянырға ҡуша. 1635 йылда кардинал Ришелье Франция академияһын булдырыуы тел тарихында бик мөһим ваҡиға була. XVII быуат уртаһынан француз телен халыҡ-ара тел итеп ҡуллана башлағандар, ләкин уның иң киң таралған ваҡыты- XVIII быуат була. Француз теле дипломатияла, фәндә, халыҡ-ара мәҙәни мөнәсәбәттәрҙә, әҙәбиәттә латин телен ҡыҫырыҡлап сығара. Ул Бөйөк Британия, Германия, Австрия, Нидерланд, Италия, Скандинавия илдәрендә, Рәсәйҙә, Польша, Венгрияла ҡулланыла. француз булмаһалар ҙа үҙ әҫәрҙәрен Лейбниц, Галиани, Фридрих II, Екатерина II, Казанова француз телендә яҙғандар. Француз теле Беренсе донъя һуғышына тиклем берҙән-бер рәсми танылған халыҡ- ара тел була[3][4].
Remove ads
Француз теленең таралыуы
- См.: Франкофондар, Француз телле илдәр, Франция колониялары.
- родной язык административный язык важный, второй или язык культуры франкоязычные меньшинства
- Региональные и национальные варианты французского языка
Европа

- См.: Бельгий француз теле, Швейцарияла француз теле.
- Франция
- См.: Тубон законы, Францияла тел сәйәсәте.
Франция конституцияһы буйынса француз теле 1992 йылдан рәсми тел тип иҫәпләнә. Бөтә рәсми документтар һәм килешеүҙәр француз телендә яҙылырға тейеш. Әгәр рекламала сит телдәге һүҙҙәр булһа, уларҙың тәржемәһе бирелергә тейеш.
Францияла хәҙерге заманда түбәндәге диалект төркөмдәре бар[6]:
- Төньяҡ: Нормандия, Пикардия, Валлон.
- Көнсығыш: Лотарингия, Шампань.
- Көньяҡ-көнсығыш: Бургундия, франко-конти теле.
- Көньяҡ-көнбайыш: пуатевин-сентонж (пуатевин, сентонж), ангулем (ангумуа).
- Көнбайыш: анжуй, мэн, галло.
- Үҙәк: франсий (Иль-де-Франс диалекты), турен, орлеан, беррий, бурбонне.
Хәҙерге Францияла диалекттар бик аҙ ҡулланыла. Төньяҡ диалекттары нығыраҡ һаҡланған (Валлон һәм Пикардия диалекттарының үҙ орфографияһы бар, был диалекттарҙа әҙәби әҫәрҙәр яҙыла, көндәлек баҫмаларҙа материалдар сыға)[7].
Remove ads
Письменность
Aa | ɑ | Nn | ɛn |
Bb | be | Oo | o |
Cc | se | Pp | pe |
Dd | de | ky | |
Ee | ø | Rr | ɛr |
Ff | ɛf | Ss | ɛs |
Gg | ʒe | Tt | te |
Hh | aʃ | Uu | y |
I i | i | Vv | ve |
J j | ʒi | Ww | dubləve |
Kk | kɑ | Xx | iks |
Ll | ɛl | Yy | igrɛk |
Mm | ɛm | Zz | zɛd |
- См.: Француз әлифбаһы, Француз орфографияһы үҙгәреүе (1990).
Француз әлифбаһендә 26 латин хәрефе, уларға диакритик билдәләр һәм латин лигатуралары (ҡушылған хәрефтәр) Æ æ, Œ œ өҫтәлә.
Сит телдән ингән һүҙҙәрҙә ҡулланылған хәрефтәр һәм хәрефтәр бәйләнеше: k (инглиз, грек, ғәрәп[8]: kilo), w (wagon [vagɔ̃]), әйтелмәй торған h (герман, төрки телдәр, ғәрәп[8]), ch (chœur [kœr]), ph (грек: philologue [filɔlɔg])[9]. Лигатуралар латин теленән ингән һүҙҙәрҙә осрай: nævus [nevys], cæcum [sekɔm], œsophage [ezɔfaʒ], Œdipe [edip].
Диакритик билдәләр
A, E, I, O, U, Y, C хәрефтәрендәге билдәләр әйтелеште белдерә һәм бер иш төрлө яңғыраған һүҙҙәрҙе яҙмала айырыр өсөн ҡуйыла (омофондар).
Диакритик хәрефте диакритикаһыҙға алмаштырып яҙыу-хата була[10][11]. Инициал аббревиатуралары диакритикаһыҙ яҙыла: CEE (Communauté Économique Européenne); график ҡыҫҡартыуҙарҙа улар һаҡлана: É.-U. (États-Unis).
Апостроф
Апостроф билдәһе һүҙ аҙағындағы әйтелмәй торған һуҙынҡы өндәрҙе алмаштыра, һәм уны арттараҡ килгән һуҙынҡы өнгә, йәки әйтелмәй торған h хәрефенә бөткән һүҙ менән тоташтыра (элизия күренеше>>)[12]:
Уҡыу ҡағиҙәләре
Орфография X—XIV быуаттағы иҫке француз теле фонетикаһының ҡағиҙәләрен һаҡлай (ул саҡта дифтонгтар, трифтонгтар, аффрикаталар, әйтелә торған флексиялар булған[16]), хәҙерге фонетика бик ныҡ үҙгәргән. Шуға күрә бик күп уҡыу ҡағиҙәләре һәм уларҙан ташламалар индерелгән.
Әйтелмәй торған хәрефтәр[9][12]:
- һуңғы тартынҡылар p, b, t, d, s, z, x: bras [brɑ], camp [kɑ̃], nid [ni].
- r һүҙ аҙағындағы -ier, -er булғанда (I төркөм ҡылымдарҙың инфинитивы һәм башҡа һүҙҙәр): ouvrier [uvrije], boulanger [bulɑ̃ʒe], arriver [arive]. Бер ижекле һүҙҙәрҙән башҡа: hier [jɛr], cher [ʃɛr]; һәм ҡайһы күп ижекле: hiver [i-vɛr].
- e һүҙ аҙағында: fable [fɑbl], joie [ʒwa]. Бер ижекле рәсми һүҙҙәрҙән башҡа: le, de, se… [lə], [də], [sə].
e һуҙынҡынан һуң йәки һуҙынҡынан алда: je saluerai [ʒə salyre], asseoir [aswar]. - h әйтелмәй: l’homme [lɔm], cahier [kaje].
h еңелсә һулыш алып әйтелә торған (элизияла һәм льейзонда ҡатнашмай). Фонетик транскрипцияла апостроф менән билдәләнә: la haie [la ’ɛ].
Икеләтелгән хәрефтәр бер өн итеп уҡыла: pomme [pɔm], addition [adisjɔ̃][9].
Түбәндәге таблицаларҙа тик төп ҡағиҙәләр килтерелә[15]:
Remove ads
Һылтанмалар
- Alliance française
- Гак В. Г. Французский язык. (Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 562—563) на портале Philology.ru
- Французско-русский и русско-французский словарь 2016 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Онлайн-версия 8-го издания словаря французского языка (1932—1935), словарь выпущен Французской академией (фр.)
- Alliance française
- Гак В. Г. Французский язык. (Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 562—563) на портале Philology.ru
- Французско-русский и русско-французский словарь 2016 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Онлайн-версия 8-го издания словаря французского языка (1932—1935), словарь выпущен Французской академией (фр.)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads