From Wikipedia, the free encyclopedia
Доватор Лев Михайлович (20 февраль 1903 йыл — 19 декабрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (11.09.1941). Советтар Союзы Геройы (1941).
Лев Михайлович Доватор | ||||||
Леў Міхайлавіч Даватар | ||||||
Файл:Lev Dovator.jpg | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Витебск губернаһы Лепель өйәҙе (хәҙерге Витебск өлкәһенең Бешенковичи районы) Хотино ауылы | |||||
Үлгән ваҡыты |
19 декабрь 1941 (38 йәш) | |||||
Вафат урыны |
Мәскәү өлкәһе Руза районы Палашкино ауылы эргәһе | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Ғәскәр төрө |
Кавалерия | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||
Хәрби звание | ||||||
Командалыҡ итеү |
Айырым кавалерия төркөмө | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа дошмандарҙы юҡ итеү буйынса уңышлы операциялары менән билдәле. Доваторҙың башы өсөн немец командованиеһы ҙур бүләк вәғәҙә итә[1].
Лев Михайлович Доватор 1903 йылдың 20 февралендә Витебск губернаһы Лепель өйәҙе Мартиново улусының Хотино ауылында (хәҙерге Витебск өлкәһе Бешенковичи районының Улла ауыл Советы Хотино ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[2].
Ауыл мәктәбен һәм 1921 йылда Улла ҡасабаһында 2-се баҫҡыс мәктәбен тамамлай.
Витебскиҙа етен иләү фабрикаһында эшләй. 1922 йылда комсомолдың Хотино улус комитеты секретары, унан һуң ауылдың ярлылар комитеты секретары итеп һайлана.
Витебскиҙа 1923 йылда бер йыллыҡ совет-партия мәктәбен тамамлай.
1924 йылдың сентябрендә РККА сафтарына алына һәм 7-се кавалерия дивизияһы (Көнбайыш хәрби округы) штабы ҡарамағындағы складҡа мөдир итеп тәғәйенләнә. 1925 йылдың февралендә Мәскәүгә Хәрби химия курсына уҡырға ебәрелә һәм, уны тамамлағас, 1925 йылдың июненән, 7-се кавалерия дивизияһының химик инструкторы һәм химия взводы командиры вазифаларындә хеҙмәт итә.
1926 йылдың сентябрендә РККА комсоставының Борисоглебск-Ленинград кавалерия мәктәбенә йүнәтелә.
1928 йылда ВКП(б)-ға инә.
Кавалерия мәктәбен тамамлағас, Доватор 1929 йылдың сентябрендә 27-се кавалерия полкының взвод командиры вазифаһына тәғәйенләнә (Төньяҡ Кавказ хәрби округы, 5-се кавалерия дивизияһы). 1931 йылда полк Кяхта ҡалаһына (Бурят-Монгол АССР-ы) дислокациялана, унда ОКВДА составына индерелә.
1933 йылдың октябрендә 1-се кавалерия полкының (1-се колхоз кавалерия дивизияһы) политругы итеп тәғәйенләнә, ә 1935 йылдың майында 93-сө уҡсы дивизияһының айырым разведка батальонына комиссар итеп ҡуйыла.
1936 йылдың майында Михаил Фрунзе исемендәге Хәрби академияға уҡырға ебәрелә, уны тамамлағас, 1939 йылдың ғинуарында — 1-се айырым махсус кавалерия бригадаһы (Мәскәү хәрби округы) кавалерия полкының штаб начальнигы, ноябрҙә бригада штабының начальнигы, ә 1941 йылдың мартында 36-сы кавалерия дивизияһының (Белорус хәрби округы) штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Һыбай яҡшы йөрөй. Совет режиссёры Сергей Эйзенштейндың «Александр Невский» тигән тарихи фильмында төп ролде башҡарған актёр Н. К. Черкасовтың атлы эпизодтарҙағы дублёры Лев Доватор була[3][4].
Һуғыштың тәүге көндәрендә полковник Лев Доватор Мәскәүҙә госпиталдә дауаланып ята, шунлыҡтан үҙенең ҡамауҙа ҡалған дивизияһына барып етә алмай. Тиҙҙән ул Көнбайыш фронт штабы ҡарамағына ебәрелә.
1941 йылдың июлендә Днепр аша Соловьёво кисеүендәге оборона һуғыштарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1941 йылдың авгусында Доватор 50-се һәм 53-сө кавалерия дивизияларынан төҙөлгән Айырым кавалерия төркөмө командующийы итеп тәғәйенләнә. 14 августан 2 сентябргә тиклем төркөм Л. М. Доватор етәкселеге аҫтында Смоленск өлкәһе территорияһында дошман тылында рейдта йөрөй, ә сентябрь — октябрҙә Межа һәм Лама йылғаларындағы ауыр оборона алыштарында ҡатнаша. Октябрҙә кавалерия төркөмө Белый — Ржёв шоссеһындағы оборона һуғышында ҡатнаша, уҡсы соединениеларҙың Волоколамск йүнәлешендәге сигенеүен ҡаплай, унан һуң Истра һыуһаҡлағысы һәм Солнечногорск тирәһендә һөжүм алыштары үткәрә.
20 ноябрҙә Айырым кавалерия төркөмөнөң исеме 3-сө кавкорпус (1941 йылғы формирование) тип алмаштырыла, ә 26 ноябрҙән ул 2-се гвардия кавалерия корпусы тип атала.
11 декабрҙә корпус Л. М. Доватор командованиеһы аҫтында Кубинка районына күсерелә һәм, дошман тылдары буйлап рейдта йөрөгәндән һуң, 19 декабрҙә[1] Руза йылғаһына килә, унда 2-се гвардия кавалерия корпусының алдынғы частары (20-се кавалерия дивизияһының 22-се һәм 103-сө полктары) Палашкино ауылы (Мәскәү өлкәһенең Руза районы) тирәһенә сыға, бында Вермахттың (Силезия, «Имән япрағы» эмблемаһы) 252-се пехота дивизияһы 472-се пехота полкының 2-се батальоны, 7-се пехота полкының 3-сө батальоны һәм 252-се артиллерия полкының 9-сы батареяһы урынлашҡан була. Алышҡа инер алдынан дошман позицияларын биноклдән ҡарағанында генерал-майор Доваторҙы пулемёт очереды үлемесле яралай[1][5].
СССР Юғары Советы Президиумының 1941 йыл 21 декабрь Указы менән гвардия генерал-майоры Доватор Лев Михайловичҡа немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Лев Михайлович Доватор Дон зыяратында кремациялана, 1959 йылға тиклем көлө һалынған урна крематорийҙа тора[5]. Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Мәскәү өлкәһе Руза районы Палашкино ауылы эргәһендә Лев Доватор һәләк булған урынға иҫтәлекле обелиск ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.