Смоленск өлкәһе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Смоленск өлкәһе
Remove ads

Смоле́нск өлкәһе рус. Смоленская область — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округы составына инә[4].

Ҡыҫҡа факттар

Административ үҙәге — Смоленск ҡалаһы. Смоленскиҙан Мәскәүгә тиклем — 365 км, Минскиға — 331 км.

Смоленск өлкәһе көнсығышта — Рәсәй Федерацияһының Мәскәү, көньяҡ-көнсығышта — Калуга, Брянск, төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре һәм көнбайышта Белоруссияның Могилёв һәм Витебск өлкәләре менән сиктәш.

Майҙаны — 49 779 км².

1937 йылдың 27 сентябрендә Көнбайыш өлкә территорияһында барлыҡҡа килә.

Ленин ордены менән бүләкләнә (1958).

Remove ads

Географияһы

Географик урынлашыуы

Смоленск өлкәһе Көнсығыш Европа (рус) тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төбәктең ҙур өлөшөн Смоленск—Мәскәү ҡалҡыулығы биләй, төньяҡ-көнбайышта Балтик уйһыулығы, көньяҡта — Днепр уйһыулығы урынлашҡан. Көнбайышта өлкә Белоруссия (Витебск һәм Могилев өлкәләре), төньяҡта — Псков һәм Тверь өлкәләре, көнсығышта — Мәскәү өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта Калуга өлкәһе, көньяҡта — Брянск өлкәһе менән сиктәш. Төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонлоғо — 300 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа — 290 км. Смоленск өлкәһенең Белоруссия сигендәге территорияһының бер өлөшө формаль рәүештә сикләнгән сик зонаһына инә.

Рельефы

Файҙалы ҡаҙылмалар

Remove ads

Тарихы

1708 йылда Смоленск губернаһы барлыҡҡа килә. 1929 йылда РСФСР составында Көнбайыш өлкә ойошторола, уның үҙәге Смоленск ҡалаһында була. Смоленск өлкәһе 1937 йылдың 27 сентябрендә ойошторолған.

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Халҡы


500 000
1 000 000
1 500 000
2 000 000
2 500 000
3 000 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 958 630 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 19.26 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 72.44 % (2015).

Милли состав
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ, 2010 йыл, кеше ...

Смоленск өлкәһендә 2002 йылда — 303 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[7].

Remove ads

Административ-территориаль бүленеш

Thumb
Смоленск өлкәһенең административ картаһы
Thumb
Смоленск өлкәһе хакимиәте һәм Смоленск өлкә думаһы урынлашҡан Советтар йорто

2006 йылдан алып өлкә территорияһында 350 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:

  • 2 ҡала округы
  • 25 муниципаль район
  • 23 ҡала биләмәһе
  • 300 ауыл биләмәһе

Картаның легендаһы (билдә өҫтөнә баҫҡанда халыҡ һаны күренә):

1-ҙән 4 999-гә тиклем кеше (тик район үҙәктәре)
5 000-дән 9 999-гә тиклем кеше
10 000-дән 19 999-гә тиклем кеше
20 000-дән 49 999-гә тиклем кеше.
50 000-дән 299 999-гә тиклем кеше
300 000 ашыу кеше
Remove ads

Иҡтисады

Тулайым төбәк продукты ағымдағы хаҡтар буйынса: 2014 йылда — 234,7 млрд һум; 2006 йылда — 79,2 млрд һум; 2005 йылда — 68,4 млрд һум.

Тулайым төбәк продукты йән башына: 2014 йылда 242,9 мең һум (85 төбәк араһында 53-сө урын); 2013 йылда 232,5 мең һум. 2015 йылдың декабрендә халыҡтың йән башына уртаса килеме айына 34347 һум тәшкил итә[8]:14.

Төбәктең тупланма бюджеты (2022):

килемдәре — 59 млрд һум[8]:18;

сығымдар — 57,9 млрд һум[9];

профицит — 1,1 млрд һум[8]:21

Сәнәғәт комплексы тулайым төбәк продукты яҡынса 38 процентын тәшкил итә (2006 йыл), шуларҙың 23,1 проценты — етештереү (тәү сиратта химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте), 8,3 % — энергетика, 6,5 % — төҙөлөш комплексы, агросәнәғәт комплексында 10 процент (2006).

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads