Ебәк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ебәк — ебәк күбәләге (тут ағасы күбәләге) ҡурсаҡ көптәренән алынған ептән һуғылған йомшаҡ туҡыма. Башта ебәк Ҡытайҙа етештерелгән һәм унан мөһим тауар булараҡ Европаға Ебәк юлы буйлап оҙатылған[1]. Бер көптән алынған еп 400—1500 м етә. Ептең арҡыры киҫелеше өсмөйөш барлыҡҡа килтерә һәм призма кеүек үк яҡтылыҡты һындыра — тап ана шул матур ялтырау барлыҡҡа килтерә лә инде.
Хәҙерге заманда ебәкте иң күп етештереүсе илдәр — Ҡытай (донъяла етештерелгәндең яртыһы). Һиндостан — 15 %, уның артынан Үзбәкстан (яҡынса 3 %) һәм Бразилия (яҡынса 2,5 %). Иран, Таиланд һәм Вьетнам да ярайһы күп етештерә.